Иҡтисад
29 Июнь 2025, 10:00

Алтын да бар Уралда, көмөш тә бар Уралда...

Ер аҫты байлыҡтарыбыҙ нисек файҙаланыла?

Алтын да бар Уралда, көмөш тә бар Уралда...Алтын да бар Уралда, көмөш тә бар Уралда...
Алтын да бар Уралда, көмөш тә бар Уралда...

Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәге тәбиғәтенең матурлығы ғына түгел, ер аҫты байлыҡтары менән дә үҙенә йәлеп итә. Йырҙа әйтелгәнсә, “алтын да бар Уралда, көмөш тә бар Уралда”, шулай уҡ башҡаһы ла күп. Уларҙы тирә-йүндәге ландшафтҡа зарар килтермәйенсә, урындағы халыҡтың яйланған тормош барышын боҙмайынса алыу еңел мәсьәлә түгел. Был эште берәүҙәр бар ҡанундарҙы үтәп, оло яуаплылыҡ менән атҡарһа, икенселәр талаптарҙы “ҡырҡа һуға”.

Комиссия ҡомһоҙҙарға юлды япты

Республикала тәбиғәткә ҡарата кешелекһеҙ мөнәсәбәт осраҡтары булып торҙо, ер аҫтын эшкәрткән ҡайһы берәүҙәр урындағы халыҡтың әйткәндәрен, аһ-зарын ҡолағына ла элмәне. 2018 йылда ғына тармаҡта тәртип урынлаштырыла башланы. Ер аҫтынан файҙаланыу мәсьәләләре буйынса республика ведомство-ара комиссияһы булдырылғас, был эш яңы кимәлгә сыҡты. Билдәле булыуынса, ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы 2021 йылда төҙөлдө һәм шул ваҡыттан алып бизнес, йәмәғәтселек вәкилдәре менән даими бәйләнештә.

Комиссияның былтырғы күсмә ултырышында республика етәксеһе төбәктә, айырыуса Урал аръяғының бер нисә районында, ер аҫтын эшкәртеүҙәге проблемаларҙың халҡыбыҙға ныҡ ауыр тәьҫир итеүен билдәләне һәм уларҙы ауырлыҡта яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа ныҡлы вәғәҙә бирҙе. Был һөйләшеүҙә Ер аҫтынан файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ, территориаль органдар вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡсылары, шулай уҡ Учалыла ер аҫтын эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.

– Халыҡ ҡайһы бер эшкәртеүселәрҙең ҡануниәтте боҙоуын, тәбиғәткә ҡарата кешелекһеҙ мөнәсәбәт күрһәтеп, уға ҙур зыян килтереүен билдәләй. Бының менән, әлбиттә, беҙ ҙә риза түгел, – тине Радий Хәбиров. – Ведомство-ара комиссия ошо мәсьәлә буйынса бергәләп һөйләшеп, ҡарар ҡабул итеү, ер аҫтын вәхшиҙәрсә эшкәртеүгә юл ҡуймау мөмкинлеген бирә.

Электән “күҙ йомоп” килгәнлектән, проблема тауҙай өйөлгән, хәҙер уны еңел генә хәл итеү мөмкин түгел – ваҡыт, күп көс һалыу кәрәк.  Шул иҫәптән комиссияның төп бурыстарының береһе – ер аҫтынан файҙаланыусылар тураһында мәғлүмәттәрҙе системаға һалып, улар менән социаль-экология яуаплылығы принциптары нигеҙендә эш алып барыу.

Ике йылдан ашыу элек Ер аҫтынан файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе тарафынан 31-се бойороҡҡа ҡул ҡуйылды, уға ярашлы, Урал аръяғы майҙаны 2025 йылға тиклем геология йәһәтенән өйрәнеү талап ителгән ер аҫты участкалары исемлегенә индерелде. Ошоноң менән бергә компанияларға республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында һибелмә алтын алыу өсөн лицензия биреү ваҡытлыса туҡтатылды. Һуңыраҡ мораторий ваҡыты 2028 йыл аҙағына ҡәҙәр оҙайтылды.

Әммә был ҡарарҙар эште тамырынан үҙгәртә алманы. Ошо хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Ер аҫтынан файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән осрашыуҙа ла белдерҙе. “Һибелмә алтын алыу өсөн лицензия биреүгә индерелгән мораторий һөйләшеүҙең төп темаһы булды, – тип яҙҙы аҙаҡ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров. – Әлегә ул ваҡытлыса ҡабул ителгән. Ә беҙҙең өсөн был мәсьәләләрҙең ныҡлап хәл ителеүе мөһим. Улар Урал аръяғы халҡын айырыуса борсой. Ошо йәһәттән Олег Владимирович менән беҙҙең республикала июль айында кәңәшмә үткәрергә планлаштырҙыҡ. Уға алтын алыуҙы вәхшиҙәрсә атҡарыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтергәнен күрһәтәсәкбеҙ. Иң мөһиме – “Роснедра” етәкселеге беҙҙе ишетә, шуға ла мәсьәлә хәл ителер тигән ышаныстамын”.  

Мораторий ниңә кәрәк ине?

Билдәле геолог, Башҡортостандың геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Рәсих Хәмитов та июлдәге кәңәшмәлә тейешле ҡарарҙар ҡабул ителеренә ышаныс белдерҙе. Тармаҡта проблемалар шул ҡәҙәр күп йыйылған, уларҙы шул килеш ҡалдырырға ярамай, ти эксперт.

– Олег Казанов менән һөйләшеүҙә Башҡортостан Башлығы тармаҡта тәртип булдырыу эшен дауам итеү ниәтен белдерҙе, Урал аръяғы халҡының мәнфәғәттәрен яҡланы, – ти Рәсих Хәмитов. – Һибелмә алтынды эшкәртеүҙә ҡағиҙә боҙоуҙар, ысынлап та, ныҡ ҡатмарлы мәсьәләгә әйләнде. Ҡануниәт талаптарын теүәл үтәгәндәр бар, әлбиттә. Ә законды һанға һуҡмағандарҙың ҡылыҡтары ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыуҙың, геология-эҙләнеү эштәрен алып барыуҙың нормаларын, ҡағиҙәләрен боҙоуға килтерә. Бының сәбәбен тейешле контроль булмауҙа, ә бәлки, ер аҫтынан файҙаланыу тармағындағы күп мәсьәләләрҙең үҙәкләштерелеүендә күрәм: урындағы власть органдары ғариза биргәндәргә ер участкаһын рәсмиләштереү, килешеү процесында ҡатнаша алмай.

Атҡаҙанған геолог фекеренсә, ошо хәлдән файҙаланып, күп намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәр бүленгән сиктән үтә, ҡағиҙәлә ҡаралмаған механизмдарҙы ҡуллана башлаған. Мәҫәлән, ҙур булмаған канау ҡаҙыу, шурфтар яһау, скважина быраулау һ.б. өсөн ауыр техника, экскаваторҙар, бульдозерҙар эшкә егелә. Һөҙөмтәлә, әлбиттә, бесәнлектәр, көтөүлектәр, һыу һаҡлау биләмәләре боҙола.

– Алтын алыуҙағы ошондай тәртипһеҙлектәр урындағы халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, – ти Рәсих Хәмитов. – Һөҙөмтәлә республика власы ваҡытында сара күреп, Ер аҫтынан файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырҙы. Ул уңышлы эш алып бара. Аудит үткәреү маҡсатынан сығып, һибелмә алтын алыу өсөн лизенция биреүгә мораторий ҙа иғлан ителде.

Бындай сара нимәгә кәрәк һуң?

– Минең тәҡдимем шундай булды: әйҙәгеҙ, тәүҙә бирелгән лицензиялар буйынса тәртип урынлаштырайыҡ, тинем. Улар 60-тан ашыу ине, 13-өн инде ғәмәлдән сығарҙыҡ, бер нисә енәйәт эше асылды, – тине былтыр комиссия ултырышында Радий Хәбиров. – Иң ҙур проблема шунда: республикала алтын алыуҙың күп йыллыҡ тарихында бер эш тә ерҙе дөрөҫ яңыртыу (рекультивациялау) менән тамамланмаған. Шуға ла хәҙер енәйәт һәм суд эҙәрлекләүҙәре кәрәк. Лицензиялар бүлеү мәсьәләһе урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен иҫәптә тотоп хәл ителергә тейеш. Был федераль органдарҙың вәкәләтендә. Әммә, күренеүенсә, ниндәйҙер өҙөклөк бар: муниципалитеттар кемгәлер лицензия бирелгәне тураһында шул кеше үҙе килеп, әҙер документ күрһәткәс кенә белә.

Ғөмүмән, Радий Хәбиров мораторий иғлан итеүҙе Ер аҫтынан файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән берлектәге мөһим ҡарарҙарҙың береһе тип баһалай.  

Үҙебеҙҙә тау-геология хеҙмәте булдырыу мөһим

Шул уҡ ваҡытта ер аҫты эшкәртелергә, файҙалы ҡаҙылмалар иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (“Росприроднадзор”) Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов әйтеүенсә, ҡаҙылма байлыҡ алыу эшмәкәрлеген тулыһынса тыйыу дөрөҫ булмаясаҡ. Төбәктең уникаль тәбиғәтен һаҡлау менән иҡтисади үҫеш араһында баланс табыу мөһим, был йәһәттән республикаға бар яҡлап уйланылған сәйәсәт кәрәк, ти ул.

– Ер аҫтынан файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыуҙы ыңғай баһалайым. Ул беҙгә барлыҡ контроль-күҙәтеү органдары менән берлектә һөҙөмтәле система төҙөү мөмкинлеген бирҙе, – ти Роман Болотов. – Комиссия арҡаһында тармаҡтағы ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын күберәк асыҡлауға өлгәштек. Ғөмүмән, ер аҫтынан файҙаланыусылар менән алып барылған эш яҡшырҙы. Әммә мораторий индерелгәнгә тиклем алынған, тик әлегә ҡәҙәр “йоҡлаған”, йәғни бурыстарына тотонмаған лицензия хужаларының контроль кәмеүҙән файҙаланыуы ихтимал. Шуға ла мәсьәләгә даими иғтибар кәрәк. Ул әле беҙҙең идаралыҡтың ғына түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау органдарының да махсус контроленә алынған. Башҡортостан прокуратураһының ҡушыуы буйынса, бөгөн һибелмә алтын алыуға лицензияһы булған 14 предприятиела киң тикшереү эштәре бара.

Билдәле геолог Рәсих Хәмитов та файҙалы ҡаҙылмалар алыуҙың дауам итергә тейешлеген билдәләй.

– Ҡануниәтте һанға һуҡмаған тәртипһеҙҙәр арҡаһында геология-эҙләнеү эштәрен туҡтатырға ярамай, – ти ул. – Беҙҙә барлыҡ ҡағиҙәләрҙе, тейешле нормаларҙы үтәгән компаниялар ҙа бар. Улар үҙҙәренә эшкә урындағы белгестәрҙе йәлеп итә, яңы технологияларҙы ҡуллана, һалымды ваҡытында түләй, тейешле сиктән үтмәй. Ер аҫтынан файҙаланыусыларҙың барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Яҡшыларға ярҙам итергә кәрәк. Ер аҫты байлыҡтары бар илде “туйындыра”. Шул уҡ ваҡытта эшкәртеүселәр менән урындағы халыҡ мәнфәғәттәре араһында баланс һаҡлау кәрәк. Һәр яҡ бер-береһен ишетһен, килешһен.

Геолог әйтеүенсә, республикала файҙалы ҡаҙылмаларҙың алтмыштан ашыу төрө иҫәпләнә, өс меңдән күберәк ятҡылыҡ бар. Әле өйрәнелмәгән урындар ҙа бихисап, ти ул.

– Әммә был эштә иң мөһиме – тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, – ти ул. – Федераль агентлыҡ тарафынан 2021-2022 йылдарҙа ҡабул ителгән норматив-хоҡуҡи акттар лицензия биреү, шул иҫәптән һибелмә алтын алыу мәсьәләләре буйынса килешеү эштәрен күпмелер кимәлдә тәртипкә һалды. Унда аныҡ яҙылғандарҙы һәр кемдең теүәл үтәүе мөһим. Урындарҙа йәмәғәт контроле булыуы ла кәрәк. Республика Башлығының ошо йәһәттән әйткән һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Вәкәләттәрең юҡ икән, тәртипте контролдә тотоу мөмкин түгел.

Шул уҡ ваҡытта, Рәсих Хәмитовтың фекеренсә, урындарҙа квалификациялы тау-геология белгестәренә ҡытлыҡ та – ҙур проблема.

– Ошо сәбәпле, ҡағиҙәләр булған хәлдә лә, күп нәмә тейешенсә күҙәтелмәй, – ти ул. – Республикала тау-геология хеҙмәте юҡлығы үҙен һиҙҙерә. Ундай ойошма 2014 йылға ҡәҙәр булды, тәжрибәле кадрҙар ҙа бар ине. Белгестәрһеҙ иһә бер нәмәне лә хәл итеү мөмкин түгел. Ә бит беҙҙең тармаҡ республика, ил иҡтисадын “туйындыра”. Үҙебеҙҙең белгестәрҙе әҙерләү, уларҙы ер аҫты байлыҡтарын белеп, дөрөҫ файҙаланыуға йәлеп итеү ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыуға һөҙөмтәле этәргес булыр ине.

Валерий Шахов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас