

ММК генераль директоры Павел Шиляев һәм Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйған килешеү туризмды үҫтереү, ял итеү урындарында уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында берлектәге ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.
Магнитогорск металлургия комбинаты күп йылдар дауамында республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Күрше төбәктәр араһындағы килешеү ошо үҫеште дауам итәсәк. Киләсәктә Яҡтыгүл күле, «ММК» тау саңғыһы үҙәге янында кемпинг кластерын булдырыу планлаштырыла. Ҡыш көнө ҡунаҡтар — тау саңғыһы үҙәгендә, ә йәй күл буйында ял итеүгә бөтә шарттар булдырырға тейеш тип күҙаллана. Был курорт төбәгенең артабанғы үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов фекеренсә, Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәте туризмдың төрлө йүнәлештәре өсөн мөмкинлек бирә. ММК иһә Әбйәлил һәм Белорет райондарында туристик индустрия үҫешенә үҙенең өлөш индерә.
"ММК" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Шиляев билдәләүенсә: "Яҡшы күршеләрсә мөнәсәбәттәр Магнитогорск халҡына ла, Башҡортостанда йәшәүселәргә лә ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы импульс бирә". Беҙҙең район өсөн был конкрет инвестициялар, эш урындары һәм инфраструктураны үҫтереү тигән һүҙ.
Әбйәлил районында инвестиция ярҙамында нимәләр тормошҡа ашырылған?
Һуңғы йылдарҙа ММК-ның туризмға инвестициялары 600 миллион һумдан ашҡан, аҡсаның 400 миллион һум тирәһе Әбйәлил районына йүнәлтелгән.
2018 йылда «Юбилей шифаханаһы»нда «Фантазерҙар» күңел асыу үҙәген файҙаланыуға тапшырыу өсөн 11,0 миллион һум тотонолған.
2018 йылда Яңы Абҙаҡ ауылында автомобиль юлын ремонтлауҙы берлектә финанслауға һәм Яҡтыкүлдә таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялауға 4,4 миллион һум бүленгән.
2018 йылда биатлон үҙәген реконструкциялау - 1,2 миллион һум.
2018 йылда “Абҙаҡ”ЯСЙ-һында етенсе аҫылмалы канат юлы асыуға 210 млн һум тотонолған.
2018 да – «Урал таңдары» балалар ял лагерында «Калейдоскоп» үҙәген файҙаланыуға тапшырыуға 72 миллион һум йүнәлтелгән.
2020 йылда “Горное ущелье” балалар ял лагерында асыҡ һауала бассейн төҙөүгә 10 миллион һум.
2022 йылда “Юбилейный” шифаханаһында ял итеү үҙәген реконструкциялауға 170 млн һум киткән.
2022 йылда ММК-ның балалар ял итеү үҙәгендә 76 балаға иҫәпләнгән яңы йоҡо корпусы файҙаланыуға тапшырыла.
2023 да “Эко-Деревня” ҡунаҡ комплексы төҙөүгә 130 миллион һум бүленгән.
Был объекттар ял итеү урындары артыуҙан тыш, юл селтәренең үҫеше, урындағы ҡаҙнаға һалымдар, халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итә.
Киләһе йылдарҙа тағы ла бер ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана: «Металлург-Магнитогорск» тау-саңғы үҙәге эргәһендә премиум-туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән “Эко-деревня 2” төҙөләсәк.
2025 йылдың февралендә был проект Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алды. Уның төп параметрҙары:
- инвестициялар: 282,8 миллион һум;
-локация: Металлург-Магнитогорск тау саңғыһы үҙәге эргәһендәге Зеленая поляна ауылы;
-инфраструктура: VIP ҡунаҡ йорттары, мунса-бассейндар, ресторандар;
-ваҡыты: 2025-2040 йылдар.
Был булған комплексты киңәйтеү генә түгел, ә матур тәбиғәт менән гармонияға баҫым яһап, шул уҡ ваҡытта заманса һәм уңайлы ял итеү шарттары булдырып, экотуризмдың яңы стандартын төҙөү.
БР-ҙың Иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә: "ММК менән берлектәге проекттар – республиканың туристик потенциалын үҫтереү стратегияһының бер өлөшө".
Бөгөн ММК-ның шифахана-курорт комплексы - Әбйәлил һәм Белорет райондары халҡын күп эш урындары менән тәьмин итеүсе. Ял итеү объекттары төҙөү юл селтәрен, коммуникацияларҙы, сервистарҙы үҫтереүгә этәргес бирә.
-Уникаль тәбиғәт туризмды үҫтереү өсөн потенциал булдыра, – тип билдәләй Рөстәм Моратов. - ММК инвестициялары был потенциалды тулыһынса асырға ярҙам итә.
Был килешеү хеҙмәттәшлектең яңы этабы башланыуын күрһәтә һәм Әбйәлил районының курорт төбәге заманса ял итеү урынына әйләнер тигән ышаныс бирә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының Салауат утары янында "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан геология-разведка эштәре башланасаҡ. Ошоға бәйле күп эшҡыуарҙар араһында сәнәғәт предприятиеһы төҙөлә ҡалһа, урындағы туризм өлкәһенә ҙур зыян килеүе мөмкин тип борсола.
“Динопарк” ғаилә комплексы етәксеһе В. Родионов үҙенең предприятиеһы миҫалында Әбйәлилдә туристик инфраструктураны үҫтереү тураһында һөйләне. Владимир Николаевич шулай уҡ "Салауат" ЯСЙ-һы ятҡылығында геологоразведка эштәре башланыуға ҡарата ла үҙ фекерен белдерҙе.
" Әгәр уның һөҙөмтәләре инфраструктураны үҫтерергә ярҙам итһә, был эш файҙалы тип әйтә алам, әммә туризм да төбәктең төп үҫеш сығанаҡтарының береһе булып ҡалырға тейеш. Яңы инвесторҙар тирәләй шау-шыу, минеңсә, артыҡ. Сәнәғәт туризмға хөкөм түгел. Шәхсән мин "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге арҡаһында туристар ағымы кәмер тип уйламайым. Беҙҙең бурыс - ял итеүселәр өсөн сервисты яҡшыртыу, динозаврҙарҙың 5D-проекциялары менән төнгө экскурсиялар кеүек стандарт булмаған форматтар индереү. Иң мөһиме, властарҙың экологик хәлде контролдә тотоуы, ә беҙ, бизнес вәкилдәре булараҡ, туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн уйланылған ҡарарҙарға инвестициялар һалырға әҙербеҙ".
Фото: "Башинформ"