Башҡортостанда элек-электән тау сәнәғәте үҫешкән булған. Исмәғил Баһауетдин улы Тасимов — XIX быуаттың күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм тау сәнәғәтсеһе, Санкт-Петербургта Тау училищеһына (хәҙер Санкт-Петербург тау университеты) нигеҙ һалыуҙың төп инициаторҙарының береһе булараҡ билдәле. Ғәйнә башҡорто квалификациялы инженер-гидрологтар һәм металлургтар әҙерләүҙе еңеләйтерлек махсус уҡыу йорто булдырыуға власть органдарының иғтибарын йәлеп итеүгә өлгәшә.
Рәсәйҙең тәүге техник уҡыу йортона – Санкт-Петербург тау институтына нигеҙ һалыусы, мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов ысын мәғәнәһендә, илебеҙгә был тармаҡты үҫтерергә, профессиональ белем алырға мөмкинлек биргән кеше.
Тарихҡа күҙ һалғанда, Туҡтамыш Ишбулатов - XVIII быуат башында йәшәгән башҡорт сәнәғәтсеһе. Ғәйнә улысында (Осинская юлы) тиҙ үҫешкән баҡыр сығарыу сәнәғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 1759 йылға тиклем ул алты баҡыр мәғдәне ятҡылығын аса, был төбәктә ҙур етештереү базаһына нигеҙ һалыусы булараҡ яҡшы билдәле.
Ахун Хәбибуллин (Ғабдулхаҡ улы Хөсәйенов)— XIX быуат аҙағы эшҡыуары, тимер мәғдәне һәм алтын сығарыу сәнәғәтендә билдәле шәхес. Көньяҡ Уралдың Йүрүҙән районында рудниктар һәм заводтар ойоштороусыларҙың береһе.
Шиһабетдин Мансуров - Урта Урал һәм Урал тауҙары геологияһын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән, башҡорт милләтенән булған беренсе Рәсәй инженер-геологы.
Надир Ураҙмәтов хөкүмәттең файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү агенты һәм эшмәкәре була, ул хөкүмәткә Ырымбур губернаһындағы Ҡарабаш ҡәлғәһе янындағы бай баҡыр ятҡылыҡтарын күрһәтә, был төбәктең көньяҡ өлөшөндә яңы ятҡылыҡтарҙы системалы рәүештә эҙләүгә һәм файҙаланыуға килтерә.
Күреүегеҙсә, элек–электән башҡорттар тау, мәғдән (руда) сәнәғәте өлкәһендә күпләп эшләгән, алтын сығарған, баҡыр тапҡан, руда ташыған, фабрикаларҙа тир түккән.
XVIII быуат башҡорт мәғдән эҙләүселәре
Учалы районында йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәнүр Шәһиев үҙенең яҙмаларында башҡорттар үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем һәм унан һуң тимерселек менән шөғөлләнгән, әммә мәғдән сығарыу һәм эшкәртеү үҙе ҙур күләмдә булмаған, тип яҙа.
Далматово монастырынан бер монах 1668 йылда Мәскәүгә хәбәр итә: “...Өфө, Чадена һәм Яйыҡ йылғаларының башындағы тауҙа... ул урында домналар, соҡорҙар бар... Шул тау янында Таҫма тигән йылға үҙенең тамағында Әй йылғаһына ҡушыла, тау оҙонлоғо ете саҡрым, бейеклеге 200 сантиметр йәки унан да күберәк. Ул тауға ҙур юлдар һалынған. Күп башҡорттар ошо юлдарҙан йөрөй, шул ташты алып алтын-көмөш иретә, мәғдәнде Өфәләге урыҫ халҡына грамын13-әр һумдан һаталар.
Шулай уҡ Ирҙәш күле ярында ярты юлда таш ҡала, ҙур манаралар бар, башҡорттар уны йәшерә.Тирә-яғы тигеҙлек, шул ҡала аръяғында домналар төҙөлгән, иретеү мәғдәне, шлак күренә. Ҡаласыҡтың оҙонлоғо - 100 саҡрым, арҡырыһы 50 саҡрым тәшкил итә”.
Сәнәғәт өлкәһендәге алға китеш Петр I ваҡытында тау эштәре бойороғо булдырыуға бәйле. Уның функцияларына мәғдән сығарыу, металл иретеү, шахталар төҙөү, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләп сығарыуға, табыу һәм был өлкәлә белемле кешеләр әҙерләүгә ҡайтып ҡала.
Ошо осорҙа Көньяҡ Уралда сауҙагәр вәкилдәре, Тула ҡоралсылары (ҡорал эшләүселәр), урындағы мәғдән эҙләүселәр һәм мәғдән сәнәғәтселәре, аристократтар һәм урындағы дворяндар тау бизнесы менән шөғөлләнә.
1720 йылда Петр I Уралға дәүләт заводтары төҙөү һәм төбәктең тау сәнәғәтенә идара итеү өсөн В.Н. Татищевты ебәрә. Ул Екатеринбург ҡалаһына нигеҙ һала, шахталар һәм заводтар төҙөй, Тау уставын, Себер Обербергамтын, Себер һәм Ҡазан заводтарының (1734 йыл, 1755 йыл—Ырымбур заводтары) Баш идараһы Канцелярияһын булдыра, Рәсәйҙә тәүге тау эштәре буйынса мәктәп аса.
Көньяҡ Уралдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ әкиәти байлыҡтары тураһында аңлашылмаған имеш-мимештәр, ярым легендарға торошло хәбәрҙәр һәр ваҡыт булған һәм, факттар раҫланыу менән, күбәйеүен генә дауам иткән. Шуға ла властар аҫаба халыҡтың тыуған яғының ҡаҙылма байлыҡтарына, тау сәнәғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. 1719 һәм 1739 йылдарҙағы батша указдары мәғдән эҙләүселәрҙең эшмәкәрлеген тергеҙеүҙә ҙур роль уйнай, уларҙа ниндәйҙер матди ҡыҙыҡһыныу уята.
Шундай фармандарҙың береһендә “Кем мәғдән таба һәм, шул урында завод төҙөргә мөмкин булып, унан киләсәктә табыш алынһа, уға алынған алтын һәм баҡырҙан дүртәр һумдан түләнәсәк” тиелә.
Шулай уҡ мәғдән эҙләүселәрҙе дәртләндереүҙең башҡа формалары ла ҡулланылған. Атап әйткәндә, мәғдән ятҡылыҡтарын асҡан өсөн уларға ҡойолған тимер ҡаҙанлыҡтар, ҡыҙыл кафтандар бирелгән. В.Н. Татищевтың үтенесе буйынса Сенаттан башҡорттарға мәғдән эҙләүҙә һәм үҙләштереүҙә ярҙам итеү тураһында мөрәжәғәт менән махсус Дәүләт Уставы ебәрелә.
XVIII быуатта Уралда металлургия сәнәғәте ҙур үҫеш ала. Башҡорттарҙың ата-бабаларының ерҙәрендә ҡайһы бер завод-фабрикаларға нигеҙ һалына. Әйткәндәй, башҡорттар яҡшы мәғдән эҙләүсе булған.
Уралдың тау сәнәғәтендә башлыса заводтарҙа урыҫ крепостнойҙарының һәм крәҫтиәндәренең хеҙмәте файҙаланыла. Ярҙамсы эштәр өсөн башҡорттарҙың, татарҙарҙың һәм башҡаларҙың ирекле хеҙмәте ҡулланылған. Улар күмер һатып алыу, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу, мәғдән ташыу менән шөғөлләнгән. Әммә башҡорттарҙың төбәктең сәнәғәтен үҫтереүҙә ҡатнашыуы бының менән генә сикләнмәгән.
Батша хөкүмәте һәм урындағы властар мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләүҙә йыш ҡына уларҙың ярҙамына мөрәжәғәт иткән. Башҡорттар сығарған файҙалы ҡаҙылмаларҙың тәүге өлгөләре "тау органы" ойошторолғас та тиерлек алынған, әммә башҡорт мәғдән эҙләүселәренең реаль тарихын Йәнгилде Бигишевҡа барып тоташтырыу мотлаҡ. Был исем тау идаралығына 1732 йылда билдәле була.
Көньяҡ Уралдың төп халҡы марганец, күмер, нефть, баҡыр һәм тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын аса. Уларҙың әүҙем эшләүе билдәле тарихсы П.И. Рычковҡа башҡорттарҙы “хәҙер мәғдән эҙләү менән бик мәшғүл” тип әйтергә нигеҙ бирә.
Архив материалдарында әүҙем эҙләнеүселәрҙең һәм руда сәнәғәтселәренең исемдәре һаҡланған. Бер һүҙ менән әйткәндә, "башҡорт халҡы тау сәнәғәте менән шөғөлләнмәгән, ә бары тик малсылыҡ йәиһә йәйләүҙәрҙә көтөү көтөп, йылҡы тотҡан" тигән фекер төплө дөрөҫ түгел.
Бындай фекерҙәр бигерәк тә Әбйәлил районы ауылдарында “Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыуҙарҙа йыш яңғыраны. Йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев әйтеүенсә, тау сәнәғәте башҡорт халҡының ҡанында бар. Элек-электән һәр ауылда тимерселек булған, иң оҫта тимерселәр тормошта кәрәк булған төрлө көнкүреш әйберҙәрҙе эшләгән, ауыл яны приискыларында алтын йыйыусылар булған, фабрикалар төҙөлгән.
Хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейешбеҙ...
Әйткәндәй, Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһының барлыҡҡа килеүе лә алтын ятҡылығы табылыуға бәле. Был турала 1997-2003 йылдарҙа Башҡортостандың тау-геология хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән Рәсих Әғзәм улы Хәмитов бына нимә ти:
– Күп йылдар тау-геология тармағында эшләгәс, Түбә һәм башҡа ерҙәрҙәге таш, мәғдән сығарыу йәки башҡа тау эшмәкәрлеге миңә бик яҡшы таныш. Мин комитетта эшләгән йылдарҙа, үҙаллылыҡ заманында, бар эштәрҙе лә беҙ үҙебеҙ хәл иттек. Шул осорҙа Баймаҡта, Сибайҙа геология экспедициялары булды. Һәм райондағы бар ятҡылыҡтарҙа беҙҙең геологтар разведкалау эштәрен башҡарҙы. Ә бына Түбә ҡасабаһына килгәндә, мин бер аҙ тарихты һөйләп үтер инем, сөнки беҙҙең Баймаҡ, Таналыҡ территорияһында барған тау-геология эштәре ул борон-боронға ҡайтып ҡала. Тарихы 300 йылға тиклем барып етә тиһәм дә, яңылышмам. Сөнки бында инглиздәр килә, Лепехин һ.б. атаҡлы геологтар беҙҙең Баймаҡ ерҙәрен өйрәнеп, бында ҙур-ҙур ятҡылыҡтар, файҙалы ҡаҙылмалар булыуын күҙаллап, Рәсәй, донъя күләменә сығара. Шуға күрә Баймаҡ, Бүребай (Хәйбулла районы) тирәһендәге урындар бар донъяға билдәле. 1914 йылда табылған ҙур алтын ятҡылығы Түбә ҡасабаһын барлыҡҡа килтерә. Бында бегун фабрикаһы төҙөлә. Әлбиттә, файҙалы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү заманында беҙҙең яҡтарҙа ла эштәр йәнләнеп китте. Түбә руднигы ла бар илгә дан ала. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда уларҙың Ватан, республика өсөн хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Данлыҡлы яҡташыбыҙ Батыр Вәлидтең был рудник тураһындағы “Күк Ирәндек буйында” йыры нисәмә йыл Баймаҡтың гимны булып тороуы осраҡлы түгел бит. Шуға беҙ бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейешбеҙ.
Әлбиттә, йылдар үтеү менән запастар кәмене, бындағы разведкаланып табылған алтын да бөттө. Шуға күрә Түбә руднигы ябыла.
1992 йылда республикала үҙебеҙҙең геология хеҙмәте барлыҡҡа килде һәм Башҡортостан Президентының Рәсәй кимәлендә килешеү төҙөүе һөҙөмтәһендә, эшебеҙҙе яңынан башлап ебәрҙек. Шул уҡ разведка эштәре башланды. Әлбиттә, Түбә тирәһендәге элекке ятҡылыҡтарҙы яңынан тергеҙеү тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Һәм шул уҡ ваҡытта Түбәнең эргәһендә ятҡан элекке бегун заводының отвалдарына рекультивация эшләнек. Мин үҙем ҡатнаштым ул эштә. Был ерҙәрҙең өҫтөнә йәшел үлән сәсеп, Сапсал йылғаһы буйында матур урындар барлыҡҡа килде. Түбә ауылы эргәһендә отвалдар һәм элекке шурфтарҙа алтын запастары барлығы мәғлүм ине. Уларҙа Хөкүмәт ҡарары менән беҙ геологияразведкалау эштәрен үткәрҙек. Һәм ошо отвалда ятҡан запаста тоннаһында ике-өс грамм алтын булыуы асыҡланды. Элекке конвейер булған штольняларҙа, мәҫәлән, Күлйортауҙа үҙебеҙҙең башҡорт старателдәре эшләгән. Улар тоннаһында йөҙәр, алтмышар грамм булған алтынды үҙләштергән. Ә бына “ярлыраҡ”, йәғни алтыны әҙерәк булған ҡалдыҡтар отвалда өйөлә барған һәм улар ер аҫтында ҡалған.
Бүребай руда байлыҡтарын асыусы ла - үҙебеҙҙең башҡорт була
Көньяҡ Уралдың баҡыр рудаһын үҙләштереүгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Хәйбулла районында бер быуат йылға яҡын эшләп килгән Бүребай тау –байыҡтырыу комбинаты тәшкил итә. Архив материалдарына күҙ һалғанда, Бүребайҙың руда байлыҡтарын асыуҙа тәүге ҡатнашыусыларҙың береһе Усман Зәкирйән улы Ишмөхәмәтов тип яҙылған. 15 йәшлек үҫмер сағында ул Уралға китеп, алтын приискыларында эшләй, ә ҡышын уҡый. 1924 йылдан алып Баймаҡ лабораторияһында руда тикшереүсе, уға анализдар яһаусы булып эшләй.Йәйге көндәрҙә Бүребайҙа йәшәгән туғандарына килгәнендә ҡыҙыҡһыныусан йәш егет үҙе менән тау тоҡомо өлгөләрен лабораторияла тикшереү өсөн алып китә. Анализдарҙан күренеүенсә, Бүребай рудаһында алтын һәм баҡыр барлығы асыҡлана. Шулай итеп, өлгөләрҙең ҡиммәтле икәне 1925 йылдарҙа билдәле була.
Күренеүенсә, Хәйбулла районының ғына түгел, Башҡортостандың, тотош Рәсәйҙең сәнәғәтенең төп предприятиеһы һаналған Бүребай тау –байыҡтырыу комбинатына ла нигеҙ һалыусыларҙың береһе – башҡорт Усман Ишмөхәмәтов. Иң мөһиме, бөгөн тау- байыҡтырыу комбинаты Бүребай халҡын тулыһынса эш менән тәьмин итә. Таусы һәм байыҡтырыусыларҙың эше еңелдән булмаһа ла, Бүребай ауылында тау-байыҡтырыу предприятиеһы менән бәйле булмаған кеше юҡ.
Ҡасандыр тәүге таяуҙан башланған рудник заманса предприятиеға, ә бәләкәй генә ауыл ҡала тибындағы ҡасабаға әүерелгән.
Әбйәлилдәге проект төбәкте алдынғы итә ала
Әгәр “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте геология разведкалау үткәреп, Әбйәлил районында фаразланған баҡыр запасы барлығын раҫлаһа, тау сәнәғәте Башҡортостанда алдынғы тармаҡтарҙың береһенә әйләнергә мөмкин.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Өфө финанс университеты доценты һәм иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов “Намыҫлы һөйләшеү” тапшырыуында ошондай фекер белдерҙе..
– Баҡыр – иҡтисадтың йәшәү өсөн мөһим элементы, стратегик материал, төҙөлөш һәм оборона тармаҡтарының үҫеш күрһәткесе, ул айырыуса махсус хәрби операция осоронда әһәмиәтле.
Унан кабель һәм сымдар ғына түгел, снаряд өсөн гильзалар ҙа эшләнә. Бөгөн Чукоткала Баим тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә, ул ике йылда илдә баҡыр етештереүҙе 25 процентҡа арттырырға тейеш.
Яңы ҙур инвестор конкурентлыҡҡа һәләтле баҙар булдырасаҡ, тимәк, республика бюджетына һалым түләүҙәре, яңы эш урындары һәм халыҡтың дөйөм именлеге артасаҡ.
Беҙҙең таусыларға башҡа төбәктәргә вахта менән йөрөргә тура килмәйәсәк; улар өйгә, ғаиләһенә яҡыныраҡ эшләйәсәк. Тағы ла шуныһы: тау предприятиеһында һәр бер эш урыны 10-дан 12-гә тиклем яңыэш урыны булдыра – бында, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек сәнәғәте, төҙөлөш һәм мәғариф тармағы ла инә.
Шуға күрә Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын үҙләштереү проектының кәрәклегенә шикләнмәйем – бында уны нисек дөрөҫ һәм грамоталы тормошҡа ашырыуҙа һорау тыуа», — тип аңлатты эксперт.
Рөстәм Камалов әйтеүенсә, проект шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһынан Новотроицкиға тимер юл төҙөү буйынса “ауыртҡан” мәсьәләне лә хәл итәсәк.
“Был проектҡа инде 50 йылдан ашыу, был хаҡта студент саҡтан уҡ беләм, проектты беҙҙең Фәндәр академияһы эшләне.Инвесторҙы тимер юл төҙөлөшө һис шикһеҙ ҡыҙыҡһындырасаҡ, сөнки концентраттарҙы металлургия комбинатына ташырға кәрәк.
Тағы ла, әгәр ҙә яңы предприятие барлыҡҡа килһә, Сибайҙағы тимер юл вокзалы “тупик” булыуҙан туҡтаясаҡ – әлегә, шуның арҡаһында, ҡалаға тауар ташыу хаҡы кәмендә ике тапҡырға юғарыраҡ”, – тип иҫәпләй эксперт Рөстәм Камалов.
Фото: "Башинформ"