Иҡтисад
3 Июля 2025, 18:05

Идеялар тормошҡа аша

Башҡортостан ил төбәктәре араһында форумға тапшырылған идеялар һаны буйынса беренсе урында. 2025 йылда республиканан Форумға 6722 идея килде.

Идеялар тормошҡа ашаИдеялар тормошҡа аша
Идеялар тормошҡа аша

Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығының “Яңы  ваҡыт өсөн көслө идеялар” форумының йомғаҡлау көнө үтте. Форумдың пленар сессияһында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Сессия барышында Рәсәй Президенты Владимир Путинға форум эксперттарының юғары баһаһын алған идея һәм проекттарҙы тәҡдим иттеләр.

Владимир Путин, форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, сараның меңәрләгән яңы идеяларға ярҙам итеүен билдәләне. Команда һәм лидерҙарға артабан үҫеү өсөн белем, методик ярҙам күрһәтелә, ә 100 иң әһәмиәтле башланғыстар ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн Хөкүмәткә, министрлыҡтарға, ведомстволарға, төбәктәргә ебәрелә.

Башҡортостан ил төбәктәре араһында форумға тапшырылған идеялар һаны буйынса беренсе урында. 2025 йылда республиканан Форумға 6722 идея килде.

– Иң әүҙем төбәктәр беҙҙә - Башҡортостан Республикаһы, Нижегородск, Һарытау, Ростов, Һамар өлкәләре, Мордовия, Мәскәү. Идея һәм проекттарҙың бөтәһенең дә хупланыуы, ярҙам алыуы мөһим. Дүрт йыл эсендә биш меңдән ашыу идея һәм 200-ҙән ашыу технологик стартап ярҙам алды, – тип билдәләне Стратегик башланғыстар агентлығы директоры Светлана Чупшева.  

–74 проект форумдың топ-1000 рейтингына инде. Рәсәйҙә төбәктәрҙең 89 булыуын иҫәпкә алғанда, был бик яҡшы һан. Идеяларҙың бер өлөшө республика кимәлендә ярҙам аласаҡ, – тине Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте  сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас