

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда “Инвестиция сәғәте” форматында төбәк Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда сәнәғәттә, туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһендәге яңы башланғыстар ҡаралды.
“Янбай” компанияһының генераль директоры Ольга Кузнецова Дыуан районында тәүлек әйләнәһенә эшләүсе глэмпинг-парк төҙөү проектын тәҡдим итте. Инвестор биләмәлә төрлө ҙурлыҡтағы ҡунаҡ йорттары, ресторан, мунса комплексы һәм спорт-туристик база төҙөүҙе планлаштыра.
Объектты төҙөүгә 202 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Глэмпинг-паркты сафҡа индереү менән 14 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Перспективала эко-ферма һәм йыһазландырылған вертолет майҙансығы төҙөү ҡарала. Инвестиция комитеты проектты хуплап, уға өҫтөнлөклө статус бирҙе, һалым буйынса льготалар ҡараласаҡ. Дыуан районы хакимиәте шулай уҡ ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
Ағиҙел ҡалаһында трактор техникаһын етештереү буйынса производство комплексын төҙөү планы менән “КЛИМАТ-МАСТЕР” компанияһы директоры урынбаҫары Салауат Насретдинов таныштырҙы. Коллектив биналар, инженер селтәрҙәре төҙөү һәм монтажлауҙа махсуслашҡан. Шуның менән бергә компания тейәү техникаһын проектлауға тотонған һәм тракторҙар, аҫмалы ҡорамалдар етештерергә уйлай. Инвестицияларҙың дөйөм күләме –120 миллион һум. Комплексты эшкә ебәреү 40 эш урынын булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Фекер алышҡандан һуң проект өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды.
Шулай уҡ инвесторҙарҙың Иглин ауылында күп функциялы сервис комплексы, Ауырғазы районында “Берлога” туристик база төҙөү пландары буйынса фекер алышҡандан һуң проекттарға өҫтөнлөклө статус бирелде.
“Технопарк АТ-СТ” компанияһы учредителе Ирек Кандаров газ турбиналары двигателдәре өсөн деталдәр етештереү проекты менән сығыш яһаны. Инвестор технологик комплекс өсөн урын һайлаған. Импортты алмаштырыу производствоһы эш башлау менән 50 эш урыны булдырыласаҡ. Был проект та хуплау тапты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.