Иҡтисад
3 Июль 2025, 16:30

Сауҙа вәкилдәре менән осрашыу

Визит барышында сауҙа вәкилдәре төбәк экспортерҙары менән дә осрашты.

Сауҙа вәкилдәре менән осрашыуСауҙа вәкилдәре менән осрашыу
Сауҙа вәкилдәре менән осрашыу

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Алжир, Бразилия, Вьетнам һәм Филиппин илдәрендәге сауҙа вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктең тышҡы сауҙа хеҙмәттәшлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре.

Радий Хәбиров Рәсәй сауҙа вәкилдәре һәм уларҙың Башҡортостандағы хеҙмәттәштәре эшенең төбәктең инвестицион ылыҡтырғыслығын сит ил баҙарҙарында күтәреүҙә мөһимлеген билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 6,4 процентҡа артты.

–Республиканың сауҙа вәкиллеге үҫеше мәсьәләләренә беҙ айырыуса ҙур иғтибар бирәбеҙ. Беҙҙең сауҙа вәкилдәре министрҙар урынбаҫарҙары статусында, уларға сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү буйынса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Визит барышында сауҙа вәкилдәре төбәк экспортерҙары менән осрашты. Бизнес вәкилдәре экспортты һәм тышҡы сауҙаны үҫтереү буйынса идеялары һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Сауҙа вәкилдәре менән осрашыу
Сауҙа вәкилдәре менән осрашыу
Сауҙа вәкилдәре менән осрашыу
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас