Иҡтисад
5 Июль 2025, 11:00

Предприятие ысын яңырыу кисерә

Радий Хәбиров “Мәләүез минераль ашламалары” акционерҙар йәмғиәте коллективын предприятиеның 50 йыллығы менән ҡотланы. 

Предприятие ысын яңырыу кисерәПредприятие ысын яңырыу кисерә
Предприятие ысын яңырыу кисерә

Бөгөн Мәләүез районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Мәләүез минераль ашламалары” акционерҙар йәмғиәте етештереү майҙансыҡтарында булды. Республика етәксеһе заводтың 50 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

– Был ҡала булдырыусы предприятие Мәләүез өсөн ҙур әһәмиәткә эйә һәм яҡшы үҫеш темптарын күрһәтә. Компания етәкселеге яғынан хеҙмәткәрҙәргә етди мөнәсәбәт – уның эш һөҙөмтәлелегенең нигеҙе, – тине Радий Хәбиров.

Завод Рәсәйҙең химия тармағы лидерҙарының береһе булған “Азот” компаниялар төркөмө составына инә һәм сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өсөн аммиак селитраһы сығарыуҙа махсуслаша. Продукцияны илдең һәм яҡын сит илдәрҙең төбәктәренә оҙаталар.

Производствола 700-гә яҡын кеше эшләй. 2024 йылда килем күләме 6,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

Башҡортостан Башлығы предприятиеның уҡыу үҙәген ҡараны, унда хеҙмәткәрҙәр сәнәғәт, экологик һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлек, хеҙмәтте һаҡлау һәм башҡа йүнәлештәр буйынса квалификация камиллаштырыу, аттестация, әҙерлек һәм ҡайтанан әҙерлек үтә.

Республика етәксеһе концентрацияланмаған азот кислотаһы, аммиак селитраһы етештереү цехтарында һәм әҙер продукцияны оҙатыу участкаһында, шулай уҡ ремонт-механика һәм арматура цехтарында булды, автотранспорт паркын ҡараны – һуңғы алты йылда завод 40-тан ашыу берәмек техника һатып алған.

Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы “Мәләүез минераль ашламалары” акционерҙар йәмғиәтенең яҡшы үҫеш темпын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Бер нисә йыл элек кенә предприятиеның киләсәгенә күптәр ышанмай ине. Ә бөгөн ул ысын яңырыу кисерә. Бында производство майҙансығын тәртипкә килтерҙеләр, квалификациялы белгестәр әҙерләйҙәр. Илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә талап ителгән продукция сығаралар, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас