Иҡтисад
7 Июль 2025, 14:20

Башҡортостан делегацияһы - "Иннопром-2025" күргәҙмәһендә

Радий Хәбиров “Иннопром-2025” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын етәкләй.

Башҡортостан делегацияһы - "Иннопром-2025" күргәҙмәһендәБашҡортостан делегацияһы - "Иннопром-2025" күргәҙмәһендә
Башҡортостан делегацияһы - "Иннопром-2025" күргәҙмәһендә

Радий Хәбиров “Иннопром-2025” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын етәкләй.

7 июлдә Екатеринбургта Башҡортостан делегацияһы “Иннопром-2025” Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында үҙ эшен башланы.

Эш программаһында - Рәсәй төбәктәре губернаторҙары һәм эре индустриаль компаниялар етәкселеге менән эшлекле осрашыуҙар.

Республика сәнәғәт потенциалын һәм тармаҡтар ҡаҙаныштарын стендта ентекле күрһәтә. Сара ҡунаҡтары авиация двигателдәре һәм пилотһыҙ техника, машиналар эшләү һәм химия продукцияһы менән таныша ала.

Бында сауҙа-сәнәғәт кооперацияһы һәм иҡтисадтың индустриаль секторына ярҙам итеү инструменттарын камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса эксперттар ҡатнашлығында дискуссиялар үтәсәк.

Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-vozglavil-delegaciyu-bashkortostana-na-mezhdunarodnoy-vystavke-innoprom-2025-79631/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас