

“Иннопром-2025” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин, беренсе вице-премьер Денис Мантуров, илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов Башҡортостан стендын ҡараны.
Республика Башлығы Радий Хәбиров экспозицияла тәҡдим ителгән төп индустриаль ҡаҙаныштар һәм проекттар хаҡында һөйләне. Шул иҫәптә – бәләкәй авиация өсөн М105 двигателе. Уны ҡытай партнерҙар менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештереү планлаштырыла. Заманса поршенле агрегат ил баҙарында ситтән килтерелгән аналогтар урынын аласаҡ. Әле уның тәүге өлгөләре ресурс һынауы үтә.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе илдең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына әлеге проектты тормшҡа ашырыуҙа ярҙам итергә ҡушты.
Бынан тыш, Башҡортостан стендында пилотһыҙ техника, дрондар өсөн электр двигателдәре, ауыр юлдарҙан үтә алған квадроциклдар күрһәтелде.
Ғәҙәттәгесә, сәнәғәт күргәҙмәһенә Башҡортостан сода компанияһының продукциялары ла ҡуйылды. Кальцийланған сода, поливинилхлорид, каучуктарға төрлө тармаҡтарҙа ихтыяж ҙур.
Стендта шулай уҡ суперабсорбацияланған полимерҙар етештереү буйынса илдәге беренсе завод проекты презентацияланды. Билдәле булыуынса, был төҙөлөшкә бөгөн Радий Хәбиров телекүпер тәртибендә старт бирҙе. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе республикалағы сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Башҡортостан һәр ваҡыт нефть химияһы, машиналар эшләү, фән тармаҡтары менән дан тотто. Ошо йүнәлештәрҙе үҫтереүҙе дауам итеүегеҙ маҡтауға лайыҡ – тине Михаил Мишустин.
– Беҙ поршенле авиация двигателдәре әҙерләү буйынса ҙур проект башлайбыҙ. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе был эште ойоштороу менән йылға яҡын шөғөлләнә. Сираттағы бурыс – серияны сығарыуҙы яйға һалыу. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустинға планлаштырылған ошо эште, ғөмүмән, иҡтисадтың индустрия секторындағы төп проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм, – тине республика Башлығы.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.