

8 июлдә “Иннопром-2025” халыҡ-ара сәнәғәт форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илдә суперабсорбацияланған полимерҙар етештереү буйынса тәүге завод төҙөүгә телекүпер тәртибендә старт бирҙе.
Хаҡы 20 миллиард һумлыҡ проект “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырыла. Яңы технология комплексын 2028 йылда сафҡа индереү планлаштырылған. Ул инвесторға баҙарҙағы ирекле урынды алып, БДБ һәм Көнсығыш Европа биләмәләрендә ошондай продукцияны берҙән-бер етештереүсе булыу мөмкинлеген аса.
Яңы производство йылына 45 мең тонна полимер етештереү ҡеүәтенә эйә. Уны шәхси гигиена сараларын әҙерләүҙә ҡулланалар. “Газпром нефтехим Салауат” 2017 йылда акрил кислотаһы етештереү буйынса комплексты сафҡа индергәйне, әлеге проект ошо сылбырҙы дауам итәсәк.
Башҡортостан Башлығы инвесторҙарға республикала уникаль производство булдырыу ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– “Газпром”дағы коллегалар менән был проект буйынса оҙайлы һөйләшеү алып барҙыҡ, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Бындай абсорбент әлегә тиклем етештерелмәй ине. Бөгөн ҙур һәм үтә мөһим эшкә старт бирҙек.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.