

Екатеринбург ҡалаһында барған “Иннопром-2025” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостандан республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Эшлекле программаға ярашлы, Рәсәй төбәктәре губернаторҙары, ҙур бизнес һәм индустрия компаниялары вәкилдәре менән осрашыуҙар булды.
Республиканың стенды, ғәҙәттәгесә, үҙәк экспозицияларҙың береһенә әүерелде, унда авиация двигателдәре, пилотһыҙ техника, машина эшләү һәм химия тармаҡтары продукциялары күрһәтелде. “Иннопром”да шулай уҡ сәнәғәт кооперацияһы, иҡтисадтың реаль секторына ярҙам мәсьәләләре буйынса эксперт сессиялары үтте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, был күргәҙмә – төбәгебеҙҙең юғары технология өлкәләрендәге төп ҡаҙаныштарын презентациялау, алдынғы проекттар хаҡында фекер алышыу өсөн әһәмиәтле майҙансыҡ.
– Беҙ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустинға Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары өсөн ниндәй электр моторҙары эшләнгәнен күрһәттек. Шулай уҡ “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте майҙансығында абсорбацияланған полимерҙар етештереү буйынса төҙөлөшкә старт бирҙек. Рәсәйҙә өҫтөнлөклөләр исемлегенә ингән мөһим проектҡа һалынған инвестиция күләме – 20 миллиард һум. 2028 йылда илдә был сеймалға ихтыяжды ҡаплаясаҡбыҙ, – тине республика етәксеһе.
Ул шулай уҡ күргәҙмәлә яңы кооперация бәйләнештәре булдырыу, аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге киңлеген билдәләне.
– Бөгөн, мәҫәлән, белорус коллегалар менән килештек – улар беҙгә ҙур ҡала-ара автобусты күрһәтәсәк. Шундай машиналарҙы күпләп һатып алырға кәрәк. Быйыл көҙ был проекттың тәүге контурын күрербеҙ тип уйлайым. “Иннопром”да тағы ике көн әүҙем эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.