

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев һәм Әбйәлил районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айрат Әминев етәкселегендәге Күҙәтеү советы ағзалары Әбйәлил районындағы геологик разведка майҙансығында булды.
Белгестәр мәғдәндең тәүге өлгөләрен алды. Хәҙер компания мөһим этапҡа – участканы техник рекультивациялауға һәм тупраҡ ҡатламын тергеҙеүгә тотона.
Был процесты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә теләйһегеҙме? Башҡортостан юлдаш телевидениеһының видеоһында һәм ҙур репортажында быраулау эшенең нескәлектәре, ҡырҡылған ағастарҙың яҙмышы һәм скважинанан лабораторияға тиклем керн юлын күрергә була.
Видео "Салаватское" төркөмөнән