

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ресторандарының береһендә “Креатив индустриялар сәғәте” форматындағы күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Көн тәртибендә – республикалағы гастроиндустрияның үҫеше мәсьәләләре. Әңгәмәлә министрлыҡтар һәм ведомстволар, ҡалалар һәм райондар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенең вәкилдәре ҡатнашты.
Республика етәкселеге билдәләүенсә, был осрашыу гастроиндустрия вәкилдәре менән диалог төҙөргә булышлыҡ итеү өсөн ойошторолдо. Был – төбәк иҡтисадына ҙур өлөш индергән креатив индустрия йүнәлештәренең береһе.
“Һеҙҙең менән аралашыу идеяһы минең күптәнге теләгем ине, бөгөнгө осрашыу – формаль сара түгел, әммә бик мөһим. Нимәләр тураһында килешәбеҙ – барыһын да мотлаҡ үтәлеш өсөн тип яҙырбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров үҙ сығышында төбәктәге гастроиндустрияның үҫеш динамикаһына ыңғай баһа бирҙе. Һуңғы дүрт йылда йәмәғәт туҡланыуындағы әйләнеш ике тапҡырға артҡан һәм 57 миллиард һумдан ашҡан.
Әңәмәнең төп темаларынң береһе ҡала ресторандарының «ЕСТЬ.ФЕСТ» конкурсы тураһында булды.
“Быйыл Өфөлә ошо сара алтынсы тапҡыр үтте һәм ҡунаҡтар һаны буйынса рекордлы булды, беҙгә 200 меңдән ашыу кеше килде”, тине конкурсты ойоштороусы эшҡыуар ресторатор Сергей Белкин.
“Былар барыһы ла башынан аҙағына саҡлы бизнестың үҙ идеяһы, был үтә мөһим. Беҙ әле креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса фестиваль сараларының календарь планын төҙөйбөҙ һәм унда «ЕСТЬ.ФЕСТ» шулай уҡ буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа шулай уҡ тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү, йәйге кафелар ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
“Мин креатив индсутриялар өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү буйынса гранттар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙым. Улар төрлө форматтарҙа була ала. 2025 йылға ошо маҡсатҡа 25 миллион һум бүлдек”, – тине республика етәксеһе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.