Иҡтисад
10 Июль 2025, 16:25

Инйәр ауылында ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө проектын тәҡдим иттеләр

“Инвестиция сәғәте”ндә сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды.

Инйәр ауылында ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө проектын тәҡдим иттеләрИнйәр ауылында ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө проектын тәҡдим иттеләр
Инйәр ауылында ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө проектын тәҡдим иттеләр

10 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды.

Мәҫәлән, “АгроВосток” компанияһы директоры Афиг Захид улы Годжаев Өфө районында йәшелсә-емеште һаҡлау һәм бүлеү өсөн логистик комплекс төҙөү проекты хаҡында һөйләне. Майҙаны 15 мең квадрат метрлыҡ объектты Подымалово ауылы янында төҙөргә планлаштыралар.

Уны төҙөүгә инвестициялар күләме – 600 миллион һум. Файҙаланыуға тапшырылғандан һуң майҙансыҡта 30 яңы эш урыны булдырыла.

Ярҙам саралары сифатында проект һалым ташламалары менән өҫтөнлөклө статус ала. Өфө районы хакимиәте объектты урынлаштырыу өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә лә ярҙам күрһәтәсәк.

***

Өфөлә “Сирена” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығын киңәйтеү проектын компанияның директор урынбаҫары Елена Жужлева тәҡдим итте.

Предприятие икмәк-күмәс һәм кондитер изделиеларының киң ассортиментын етештерә. Бынан алда ул аҙыҡ-түлеккә һәм эшкәртеү продукцияһына ярҙам программаһы буйынса республиканан финанс ярҙамы алды.

Етештереү күләмен арттырыуға 125 миллион һум йүнәлтергә планлаштыралар. Һүҙ ғәмәлдәге производство менән йәнәш яңы ер участкаһында өҫтәмә ҡеүәттәр төҙөү хаҡында бара.

Яңы линияларын сафҡа индереү 30-ға яҡын эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Әҙер тауарҙы Башҡортостандың һәм Рәсәй төбәктәренең сауҙа объекттарына оҙатасаҡтар.

Төбәктең инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға өҫтөнлөклө статус бирҙе. Өфө хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

***

Төбәктең баш ҡалаһында икенсел  етештереүҙе урынлаштырыу пландары тураһында "Стройиндустрия" компанияһы директоры Эрик Улимаев һөйләне. Объектта биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы һүткәндә барлыҡҡа килгән ҙур габаритлы ҡалдыҡтар эшкәртеләсәк, артабан яңынан эшкәртелгән материал етештереләсәк.

Сығарылған тауар Өфөнөң, шулай уҡ яҡын-тирәләге райондарҙың төҙөлөш һәм юл предприятиеларын төҙөлөш материалдары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Производство майҙансығын ҡаланың Орджоникидзе районында урынлаштырыу планлаштырыла. Инициативаны тормошҡа ашырыу ваҡыты - 2027 йыл.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме 75 миллион һум тәшкил итәсәк. Яңы технологик комплекс асыу 12 эш урыны булдырыуҙы тәьмин итәсәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект өҫтөнлөклө статус ала. Шулай уҡ инвесторға ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.

***

“Батыр” компанияһы директоры Вилнур Латипов Белорет районының Инйәр ауылында ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө проектын тәҡдим итте.

500 квадрат метр майҙанлы бинала “Өфө - Инйәр - Белорет” трассаһында туристар һәм юлаусылар өсөн 10 уңайлы номер булдырыу күҙаллана.

Проектты тормошҡа ашырыу 20 яңы эш урыны асырға мөмкинлек бирәсәк. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 21 миллион һум.

Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға өҫтөнлөклө статус бирҙе. Эшҡыуарға шулай уҡ ҡуртымға ер участкаһы алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.

***

“Ай да Вкус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Арсен Исаев Өфө районының Булгаков ауылында компанияның ғәмәлдәге юл буйы сервисы объекты эргәһендә заманса автомобиль йыуыу комплексын төҙөү пландары хаҡында һөйләне.

Инвестор дөйөм хаҡы 120 миллион һумлыҡ объект төҙөү өсөн ер участкаһы һайлаған да инде.

Ярҙам саралары сифатында проект өҫтөнлөклө статус ала. Өфө районы хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

Фото сығанағы: glavarb.ru/ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас