Иҡтисад
10 Июль 2025, 14:50

Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе

"Сит ил компанияһы предприятиеһының эшен уңышлы башлау өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур Урал һәм тотош Рәсәй сәнәғәтселәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу мөһим".

Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙеТөркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе
Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге булышлығында Төркиәнең Micronik Filter компанияһы Силәбе компрессор заводы етәкселеге менән осрашты.

Micronik Filter компанияһының офисы Өфөлә эшләй, Башҡортостан Республикаһында яңы производство асыу планлаштырыла.

– Сит ил компанияһы предприятиеһының эшен уңышлы башлау өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур Урал һәм тотош Рәсәй сәнәғәтселәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу мөһим. Бының өсөн Micronik Filter компанияһы етәксеһе Суат Эрджан өсөн Силәбе компрессор заводының генераль директоры Денис Ялалетдинов менән осрашыу ойошторолдо, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

Эшлекле һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса быйыл 100 миллион долларлыҡ фильтрҙар менән тәьмин итеү тураһында килешеүгә өлгәшелде, был компрессорҙы Европа сифатындағы комплектлаусы менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, тип асыҡлыҡ индерҙе ул.

Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин менән берлектә һәм БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ярҙамында сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү буйынса эш башланы.

Белешмә:

Micronic Filter - Европала төрлө тармаҡтар өсөн фильтрҙар эшләү һәм етештереүгә махсуслашҡан ҙур төрөк компанияһы. Ул баҙарҙа 35 йылдан ашыу билдәле. Компания автомобиль өсөн һауа, май, яғыулыҡ фильтрҙары, шулай уҡ сәнәғәт һәм һыу фильтрҙары етештерә.

Фото: Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллектән.

#МВЭРБ #Регионразвития

Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе
Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе
Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе
Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе
Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе
Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе
Төркиә компанияһы Силәбе компрессор заводы менән хеҙмәттәшлекте тикшерҙе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас