

Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәгәндәр ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Баймаҡ районында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта.
Иҫәнбәт ауылында йәшәгән Айнур һәм Нәсимә Илбуловтар өсөнсө йыл рәттән ҡымыҙ етештерә. Ғаилә башлығы улы Илсаф менән йылҡылар көтһә, хужабикә бейәләр һауа, ә ҡыҙҙары Йәнгүзәл ҡымыҙ бешә. Тотош бер хужалыҡты барлыҡҡа килтергән ғаиләне ауылдаштары өлгөлө, уңған һәм тырыш булараҡ телгә ала.
2023 йылда Айнур Илбулов ҡымыҙ етештереүҙе нисек тә яйға һалыу, йылҡы көтөү өсөн көтөүлек, йәйләү кәрәклеген иҫәпкә алып, агротуризм буйынса дәүләт ярҙамы алыу өсөн документтарын тапшыра. Бизнес–планды төҙөүгә ҡыҙҙары ярҙамлаша, комиссия тарафынан хуплау табыла һәм Айнур Ишҡыуат улы 360 мең һумлыҡ грант ярҙамы алыуға ирешә.
Йәмле Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан Айнур Илбуловтың йәйләүе әлегә ҙур түгел, әммә егәрле ауыл йүнселенең киләсәккә пландары ҙур. Иң мөһиме – үҙҙәре етештергән ҡымыҙға һорау ҙур, ә инде һорау булған урында киләсәктә үҫеш тә, табыш та буласағы көн кеүек асыҡ. Тик башҡорт халҡының брендына әүерелгән баһадирҙар эсемлеге үҙенең сифатын, тәмен, шифаһын юғалтмаһын ғына.
Айнур Илбуловтың бер фекере менән килешмәү мөмкин түгел: “Ҡымыҙҙы ҡул менән һауып, имән батманда ҡул менән бешкәндә генә уның тәбиғи тәме һаҡлана. Ә ҡалған осраҡта ул ҡымыҙ түгел, ә эсемлеккә әүерелә”, – ти ул.
Ысынлап та һуңғы ваҡытта ҡымыҙ етештереүселәр араһында ниндәй генә төрлө ҡымыҙҙар осрамай: ҡаҙылы ла, ыҫланған да, сейәле лә һәм әллә ниндәй төрлөләре. Уларҙы эсеп ҡараһаң, ҡымыҙ түгел, ә һөтлө эсемлекте хәтерләтә.
Баймаҡ районының уңған ғаиләһе тураһындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдаға һандарында уҡырһығыҙ.
Автор фотолары