Иҡтисад
11 Июль 2025, 16:35

Ябай уйынсыҡ ҡына түгел

Радий Хәбиров Бөрөлә балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү буйынса күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үткәрҙе.

Ябай уйынсыҡ ҡына түгелЯбай уйынсыҡ ҡына түгел
Ябай уйынсыҡ ҡына түгел

11 июлдә Бөрөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күсмә “Сәнәғәт сәғәте”н үткәрҙе. Уны балалар тауарҙары етештереүгә махсуслашҡан “Спектр” компанияһы майҙансығында ойошторҙолар. Кәңәшмә алдынан республика етәксеһе предприятие эшмәкәрлеге һәм сығарылған продукция өлгөләре менән танышты.

Төбәктең министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ профилле производстволар етәкселәре ҡатнашҡан “Сәнәғәт сәғәте”нең төп темаһы – уйынсыҡтар, уйындар индустрияһын һәм балалар өсөн тауарҙарҙың киң спектрын үҫтереү.

Республика Башлығы был мәсьәләнең бөтә ил өсөн көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Президент ҡушыуы нигеҙендә беҙ был йүнәлеш буйынса 2022 йылдан алып әүҙем эшләйбеҙ. Йыл һайын “Әйҙә уйнарға” форумын үткәрәбеҙ, унда тармаҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләрен тикшерәбеҙ. Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары Ассоциацияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Республикала балалар өсөн хәүефһеҙ продукция сығарған 84 предприятие эшләй, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Былтыр уларҙы һатыуҙың дөйөм күләме 6 миллиард һумдан ашҡан.

Беҙҙең маҡсат – балалар тауарҙары һәм уйынсыҡтар конструкторҙары, етештереүселәре һәм һатыусылары менән системалы эште яйға һалыу. Былтыр тармаҡты үҫтереүҙең юл картаһын раҫланыҡ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы был йәһәттән эштең төп йүнәлештәрен билдәләне. Һүҙ тәү сиратта еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы сиктәрендә балалар тауарҙары индустрияһына ярҙам итеү, шулай уҡ махсус саралар – күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу һәм продукцияны алға ебәреү сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау хаҡында бара. Предприятиелар шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектына ярҙам итеү ҡоралдары, шул иҫәптән “Минең бизнесым” үҙәгенең льготалы займдары, консультация һәм белем биреү хеҙмәттәре менән файҙалана ала. Төбәктә булдырылған балалар индустрияһы кластеры ла тармаҡ үҫешенә этәргес бирә, уға һигеҙ етештереүсе инә.

– Уйынсыҡтар эшләү – ижади ҡараш, заманса ысынбарлыҡты һәм тенденцияларҙы, балаларҙың ихтыяждарын һәм өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алыуҙы талап иткән айырым процесс, – тип өҫтәне Радий Хәбиров. – Уйынсыҡтар етештереүселәребеҙ – ул, тәү сиратта, ижади эшҡыуарҙар. Президент ҡушыуы сиктәрендә беҙ бындай бизнесҡа ярҙам итеү инфраструктураһын әүҙем төҙөйбөҙ. Ижадсылар өсөн ярҙам сараларын булдырабыҙ, дөйөм алғанда улар менән системалы эш төҙөйбөҙ.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар уйынсыҡтар етештереүҙе модернизациялау, шулай уҡ белем биреү учреждениелары өсөн уҡыу һәм үҫтереү ҡорамалдары сығарыуҙы ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Спектр” компанияһының генераль директоры Владимир Ярмоленко предприятие ҡеүәттәрен модернизациялау тураһында ентекле һөйләне, уны 2026 йылда тамамлау планлаштырыла. Был маҡсатҡа яҡынса 190 миллион һум йүнәлтеләсәк, был 40 яңы эш урыны булдырырға һәм уйынсыҡтар етештереү күләмен 35-40 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк, шул иҫәптән импортты алмаштырыу сиктәрендә.

“Умка” компанияһының генераль директоры Майя Крепановская тәбиғи материалдарҙан балалар тауарҙары етештереү буйынса уңышлы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сығарылған продукция араһында үҫеш ҡорамалдары, махсуслаштырылған балалар мебеле, сенсор бүлмәләре өсөн ҡорамалдар бар.

– Беҙҙең предприятиеға 2002 йылда нигеҙ һалынған. Баштан уҡ беҙ белем биреү учреждениелары һәм практик педагогтар, мәғариф өлкәһендәге методистар һәм комплектлаусы ойошмалар белгестәре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Тауарҙарыбыҙҙың үҙенсәлекле, сифатлы һәм хәүефһеҙ булыуы менән ғорурланабыҙ, – тип һөйләне етәксе. Билдәле бер ҡорамалдары булған компаниялар менән Кооперация яңы техникаға өҫтәмә һалыуҙарһыҙ етештерелгән продукция күләмен арттырырға мөмкинлек бирҙе. Был йәһәттән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән компаниялар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Майя Крепановская яңы төҙөлгән мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса техник заданиеларҙы яңыртырға тәҡдим итә. Был урындағы етештереүселәргә конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашырға һәм тыуған төбәк учреждениеларына заманса тауарҙар ебәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Радий Хәбиров Башҡортостан предприятиеһының эшен ыңғай баһаланы һәм республиканың Төҙөлөш министрлығына техник заданиеларға төҙәтмәләр индереү, шул иҫәптән белем биреү учреждениеларына капиталь ремонт үткәреү буйынса тәҡдимдәрҙе ҡарарға ҡушты.

“МПП-Күмертау” компанияһы директоры Евгений Иванов тегеү предприятиеларын кадрҙар менән тәьмин итеү темаһына ҡағылды.

Ойошма йомшаҡ уйынсыҡтар өсөн кейем комплекттары етештерә һәм “Күмертау” йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булып тора.

– Беҙҙең продукция бик популяр, уны илдә балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә белә, – тине Евгений Иванов. – Шул уҡ ваҡытта бөгөн технологтарҙы, тегенселәрҙе, тегеү ҡорамалдары механиктарын табыуы ҡыйын. Лайыҡлы эш хаҡына һәм эш урындарында яҡшы шарттар булдырыуға ҡарамаҫтан, йәштәр был өлкәгә барырға ынтылмай, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше арта.

Радий Хәбиров эшҡыуарға республика колледждары менән тығыҙыраҡ эш итергә, маҡсатлы уҡытыу ойошторорға кәңәш итте.

Республикала производстволарҙы үҫтереү өсөн үҙ-ара инвестиция йөкләмәләре менән офсет контракты мөмкинлектәре тураһында “Скило” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Ғәбиҙуллин хәбәр итте.

Әйтергә кәрәк, предприятие мәктәп парталары, аҡбур һәм маркер таҡталарының бөтә төрҙәре, интерактив таҡталар, рельс системалары сығара. Етештереү майҙансыҡтары Туймазы районында урынлашҡан. Ҡулланыусылар иҫәбендә – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең уҡыу йорттары.

– Офсет контракттары – ватан етештереүселәренә ярҙам итеүҙең алдынғы ҡоралы. Был үҙ-ара инвестиция йөкләмәләре менән оҙайлы килешеүҙәр, – тине Руслан Ғәбиҙуллин. – Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары заманса ҡорамалдарҙы ваҡытында аласаҡ. Ә үҙ базаһын нығытыу тышҡы тәьмин итеүселәргә бәйлелекте кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, производствоны киңәйтеү яңы эш урындары булдырырға һәм бөтә кимәлдәге бюджеттарға керемде арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Башлығы республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына бындай эш форматы тураһында тәҡдимдәр индерергә ҡушты һәм “Скило” компанияһы етәкселеген “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡырҙы.

Бынан тыш, осрашыуҙа мәктәп формаһы, балалар һәм спорт кейеме, шулай уҡ полилингваль белем биреү өсөн өҫтәл уйындары етештереүҙе үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Етештереүселәр республика ҡулланыусылары араһында урындағы брендтарҙың булыуы тураһында берлектәге аңлатыу эшен ойошторорға тәҡдим итте.

Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы предприятиелар етәкселегенә әүҙем эшләгәндәре, Рәсәй балалар тауарҙары баҙарын үҙләштереү һәм төбәк иҡтисадын нығытыу теләге өсөн рәхмәт әйтте.

– Сифатлы һәм хәүефһеҙ уйынсыҡтар – йәш быуынды – илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләүҙең мөһим өлөшө. Беҙ был йүнәлешкә артабан да ярҙам итергә ниәтләйбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, илдәге заманса хәл еңел сәнәғәтебеҙҙең үҫеше өсөн уникаль мөмкинлек бирә. Һәм беҙ уны юғалтырға тейеш түгелбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас