Иҡтисад
13 Июль 2025, 07:30

Әбйәлилдә ремонт эштәре ваҡытында тамамланасаҡ

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев менән Әбйәлил район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев төҙөлөш эштәре менән яҡындан танышты.

Әбйәлилдә ремонт эштәре ваҡытында тамамланасаҡӘбйәлилдә ремонт эштәре ваҡытында тамамланасаҡ
Әбйәлилдә ремонт эштәре ваҡытында тамамланасаҡ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан Әбйәлил районының Буранғол мәктәбе интернатында һәм "Ирәндек" балалар лагерында капиталь ремонт эштәре башҡарыла. "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев менән Әбйәлил район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев төҙөлөш эштәре менән яҡындан танышты. Был хаҡта Айрат Әминев үҙенең социаль сәхифәләрендә хәбәр итә.

"Интернат бинаһының ҡыйығы алмаштырылып ябыла, яңы тәҙрә-ишектәр ҡуйыла, фасады яңыртыла. Ремонт өсөн сифатлы төҙөлөш материалдары ҡулланылыуын күрҙек. Мәҫәлән, алюмин радиаторҙар ҡуйыла, тәҙрәләр ике камералы. Эштең күләме һәм башҡарылыу сифаты менән ҡәнәғәт ҡалдым. Яңы ҡорамалдар менән заманса спорт залы балалар өсөн шәп бүләк", тип яҙған Айрат Әминев.

Район башлығы шулай уҡ "Ирәндек" балалар лагеры биләмәһендәге спорт комплексы төҙөлөшөндә лә булды. Айрат Әминев төҙөүселәрҙең үҙ эштәренә яуаплы ҡарауын билдәләне һәм август башына объекттың әҙер булыуына ышаныс белдерҙе.

"Был объектта мин өсөнсө тапҡыр. Беҙ шулай уҡ "Салауат" ЯСЙ-һы проекты буйынса мониторинг советы менән осрашыу үткәрҙек һәм ағымдағы эштәр барышын тикшерҙек. Подрядсы ойошмалар менән даими бәйләнештә буласаҡбыҙ һәм тағы яңы объекттар өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Ышаныслы партнерҙар барлыҡҡа килер һәм беҙ бергәләп районыбыҙҙың йәшәйеше, үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдыра алырбыҙ, тип ышанам. Яҡшы инвесторҙар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип өмөтләнәм", тигән "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Айрат Зиннәт улы.

Сығанаҡ һәм фотолар: Айрат Әминевтең сәхифәһенән.

 

Әбйәлилдә ремонт эштәре ваҡытында тамамланасаҡ
Әбйәлилдә ремонт эштәре ваҡытында тамамланасаҡ
Әбйәлилдә ремонт эштәре ваҡытында тамамланасаҡ
Әбйәлилдә ремонт эштәре ваҡытында тамамланасаҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас