

Бөгөн, 16 июлдә, Башҡортостан ғына түгел, ә тотош илебеҙ өсөн мөһим ваҡиға булды: күптән көтөлгән автомобиль юлы төҙөлөп бөттө. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе асты. Ул видеоконференция режимында М-12 “Көнсығыш” федераль автомобиль юлының 275 километр оҙонлоғондағы Дүртөйлө - Әчит участкаһында хәрәкәтте башлап ебәреүгә старт бирҙе.
Асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Владимир Путин тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп түбәндәгеләрҙе һөйләне:
"Бөгөн беҙ 275 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы “Дүртөйлө — Әчит” яңы автомобиль юлы участкаһын асабыҙ. Ул М-12 “Көнсығыш” трассаһының мөһим өлөшө буласаҡ. Уны сафҡа индереү менән хәҙерге автомагистралдәр Санкт-Петербургты һәм Мәскәүҙе Уралдың баш ҡалаһы, Рәсәйҙең алдынғы фәнни, сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге Екатеринбург менән бәйләйәсәк. Әммә был, әлбиттә, барыһы ла түгел. Трассаның бөтә оҙонлоғонда бер светофорһыҙ тиҙ йөрөшлө, йөйһөҙ хәрәкәт ойошторолған, шуның арҡаһында Екатеринбургтан Мәскәүгә юл ваҡыты ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡара. Һөҙөмтәлә автотранспортта йөрөү уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк буласаҡ, пассажирҙар һәм йөк ташыу һаны артасаҡ, эске туризмды үҫтереү яҡшы стимул аласаҡ, илебеҙҙең тәбиғәт һәм мәҙәни иҫтәлекле урындары граждандар өсөн уңайлыраҡ буласаҡ.
Был трасса үткән төбәктәр иҡтисади һөҙөмтәне тоясаҡ. Мәскәү, Владимир, Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләре, Сыуашстан, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары, шулай уҡ Пермь крайы. Федерацияның был субъекттары үҙҙәренең инвестиция потенциалын һәм эшлекле әүҙемлеген арттыра, биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереүҙе тормошҡа ашыра, яңы производстволар аса һәм юғары эш хаҡы түләнгән эш урындары булдыра ала.
Трасса төҙөлөшө барышында төрлө инженер ҡоролмалары, күперҙәр, юл сиселештәре, юл үткәргестәр комплексы төҙөлә. Шулай уҡ яңы участканың, бөтә трассаның кеүек үк, төҙөкләндерелеүенә, заманса сервис объекттары, электр яҡтыртыу, туҡталҡалар, яғыулыҡ ҡойоу һәм элемтә менән тәьмин ителәсәгенә иғтибар итәм.
Артабан да “Көнсығыш” трассаһын әүҙем үҫтереүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Уны Төмәнгә тиклем оҙайтырға һәм Себерҙең һәм Алыҫ Көнсығыштың яңыртылған терәк автомобиль юлдары селтәре менән бәйләргә кәрәк. Был участканы эшләтеп ебәреү — барыһы ла түгел, тигәндә мин ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тоттом.
Әлбиттә, киләсәктә Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡытай һәм Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы менән дәүләт сигенә автотранспорт барып етеүен төҙөү мәсьәләләре тикшереләсәк.
Был беҙҙең транзит мөмкинлектәрҙе күпкә арттырасаҡ, трасса халыҡ-ара транспорт архитектураһына индереләсәк, мөһим, конкурентлы логистик артерияға әйләнәсәк.
Бөгөн асылған автомобиль юлы участкаһы, бөтә М-12 “Көнсығыш” трассаһы кеүек үк, “Автодор" дәүләт компанияһы идаралығында тора. Иртәгә, 17 июлдә, компанияға 16 йәш тула. “Автодор” илебеҙҙең тиҙ йөрөшлө автомобиль магистралдәрен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Компания эшләгән осорҙа уларҙың оҙонлоғо 2,5 тапҡырға артты. Компанияның берҙәм коллективын ошо дата менән ҡотлайым һәм һеҙгә артабанғы уңыштар, яңы ҡаҙаныштар һәм тик яҡшылыҡ теләйем.
Йомғаҡлауҙа шулай уҡ был автомобиль юлын төҙөүҙә ҡатнашҡан бөтә эшселәргә, инженерҙарға, төҙөүселәргә, проектлаусыларға рәхмәт белдерәм. Үҙегеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ, яуаплы, эшкә профессиональ ҡарашығыҙ менән һеҙ илебеҙҙең милли һәм халыҡ-ара әһәмиәттәге инфраструктура башланғыстарын оператив, күп һәм сифатлы төҙөй, тормошҡа ашыра алыуын тағы бер тапҡыр раҫлайһығыҙ”, – тине Рәсәй Президенты, тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Радий Хәбиров Владимир Путинға төбәккә ярҙам иткәне һәм, айырым алғанда, уның Башҡортостан биләмәһендә М-12 юлы участкаһын төҙөү буйынса йөкләмәһе өсөн республика халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе.
"Ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә республика 205 километр заманса, матур һәм уңайлы магистраль алды. Беҙҙең, Башҡортостан халҡы, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн — был Екатеринбург, Мәскәү, Ҡазанға тиклем юлдарҙы бер ярым тапҡырға ҡыҫҡартыу. Был - хәүефһеҙ, ҙур ихтыяжлы, бик кәрәкле юл. Уның аша ҙур йөк ағымын да көтәбеҙ. Владимир Владимирович, был юл башлыса республикабыҙҙың ауыл райондары аша үтә һәм был райондарҙың иҡтисады үҫешенең драйверы буласаҡ. Хөрмәтле Владимир Владимирович, беҙ үҙ-ара килешеп эш иттек, сөнки һеҙҙең йөкләмәгеҙ – бында эшләгән компанияларға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү ине. Был, ысынлап та, яйға һалынған эш булды. Һәм мин бөгөн “Автодор”ға рәхмәт әйтергә теләйем, сөнки бында заманса технологиялар ҡулланылған, һәм яйға һалынған, командалы, бик яҡшы эш булған. Хөрмәтле Владимир Владимирович, йәнә бер тапҡыр бөтә халыҡ исеменән ҙур рәхмәт. Алда пландарыбыҙ күп һәм ярҙам өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт”, – тине Радий Хәбиров.
Республикала трасса участкаһы 140 километр тәшкил итә һәм Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары биләмәләре буйлап үтә. Дүрт һыҙатлы трассаның был участкаһында төҙөлөш-монтаж эштәре 2022 йылда башлана. Уларҙың иң юғары нөктәһендә объектта 5 534 белгес һәм 1 957 берәмек техника йәлеп ителә, бөтәһе 2 миллион тоннанан ашыу асфальт-бетон һалына. 33 юл үткәргес, 9 биоүткәргес, 145 һыу үткәргес торба, 12 күпер, шул иҫәптән Борай районының Вострецово ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша 813 метр оҙонлоҡтағы бер кластан тыш күпер төҙөлгән. Борай ауылы янында Өфө – Бөрө –Яңауыл төбәк автомобиль юлы менән киҫешкән ерҙә транспорт сиселеше, Үрге Тәтешле ауылы районында Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе төбәк автомобиль юлы менән киҫешкән ерҙә “тулы клевер япрағы” тибындағы транспорт сиселеше булдырылған.
Башҡортостан бөтә кәрәкле инфраструктуралы заманса трассаның 205 километрын алды (“Приуралье” федераль юл идаралығы төҙөгән 65 километрҙы – 2024 йылдың декабрендә сафҡа индерелгән М-7 “Волга” юлының реконструкцияланған участкаһын иҫәпкә алып).
Яңы трасса Уралдың Волга буйы менән бәйләнешен арттыра, еңел транспорттың Ҡазандан Екатеринбургка тиклемге юл ваҡытын алты сәғәттән ашыуға, ә йөк транспортын дүрт сәғәттән ашыуға ҡыҫҡарта. Өфөнән Екатеринбургка ике сәғәткә тиҙерәк, ә Пермгә өс сәғәткә тиерлек тиҙерәк барып етергә мөмкин.
Дүртөйлө – Әчит трассаһында Мәскәүҙән Ҡазанға тиклем М-12 трассаһында ҡулланылған “Ирекле ағым” юл йөрөү өсөн контактһыҙ түләү системаһы, шулай уҡ шлагбаумлы барьер системаһы эшләй. Тариф өс участкаға бүленгән: Дүртөйлө — Борай, Борай — Октябрьский, Октябрьский — Әчит.
Дүртөйлө – Әчит автомобиль юлы автоматлаштырылған юл хәрәкәте менән идара итеү системаһы (АСУДД) менән йыһазландырылған. АСУДД составында Дүртөйлө – Әчит автомобиль юлында 242 видеокамера, 249 үҙгәреүсән мәғлүмәт билдәһе һәм таблоһы, 71 транспорт детекторы һәм ете метеостанция ҡуйылған. Яңы автомобиль юлында авария комиссарҙары хеҙмәтенең 12 экипажы эшләйәсәк. Улар тәүлек әйләнәһенә һәм бушлай автомобиль йөрөтөүселәргә ярҙам күрһәтә. Авария комиссарҙары тәгәрмәсте алмаштырыуҙа, батарея һүнгән осраҡта двигателде эшләтеп ебәреүҙә, ваҡ ремонт өсөн инструменттар биреүҙә, яҡындағы хәүефһеҙ урынға тиклем һөйрәп алып китеүҙә, шулай уҡ яғыулыҡ тултырыуҙа һәм эвакуация хеҙмәтен саҡырыуҙа кәрәкле техник ярҙам күрһәтә ала.
Фото: "Башинформ".