

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Үзбәкстан делегацияһы менән осрашты. Делегацияға республиканың сит ил эштәре министры Олимжон Абдуллаев етәкселек итә. Көн тәртибендә – халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу. Башҡортостан Башлығы, сауҙа-иҡтисад бәйләнеш ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә мөһим аҙым, тип белдерҙе.
– Үзбәкстан – беҙҙең стратегик партнерҙарҙың береһе. Хеҙмәттәшлек осоронда беҙ 14 төбәк-ара һәм ведомство-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Ташкентта даими вәкиллек астыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер беҙҙең алдағы эш – 2024 – 2026 йылдарға Башҡортостан һәм Үзбәкстандың сауҙа-иҡтисад хеҙмәттәшлегенең юл картаһын төҙөү. Сараларҙың ҡайһыларын тормошҡа ашырғанбыҙ, ә бер өлөшөн башҡарырға кәрәк. Был документтың яңыртылған редакцияһын әҙерләйбеҙ.
Берлектәге эш йүнәлештәренең береһе – хеҙмәт миграцияһы мәсьәләләре. Радий Хәбировтың белдереүенсә, 2024 йылда төбәккә сит илдәрҙән 160 меңдән ашыу кеше килгән, сирек өлөшө – Үзбәкстандан.
– 2025 йылда эшкә рәсмиләштерелгән 18 мең патенттың 75 процентын Үзбәкстан граждандары алды. Бынан тыш, һеҙгә сит ил эшсе көсөн йәлеп итеүҙе планлаштырған эш биреүселәр исемлеген ебәрҙек. Беҙ һеҙҙең менән граждандарығыҙҙы, Рәсәй закондарының нормаларын һәм ҡағиҙәләрен үтәү шарты менән, эшкә урынлаштырыуҙа артабан да хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Был – беҙҙең мәнфәғәттә лә. Башҡортостандан сыҡҡан 30 меңдән ашыу кеше тап Үзбәкстанда йәшәй. Шуға күрә беҙ уларҙың лайыҡлы шарттарҙа йәшәүен һәм эшләүен теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Олимжон Абдуллаев Башҡортостан менән хеҙмәттәшлектең уңышлы барыуын һәм берлектәге проекттарҙың юғары потенциалын билдәләне.
– Беҙҙең мөнәсәбәттәр – күптән килгән тарих, һәм ул тышҡы йоғонтоға бирешмәне. Беҙҙең традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр, мәҙәниәт, дин бик оҡшаш. Үзбәкстан эҙмә-эҙлекле рәүештә тәртипкә һалынған, хәүефһеҙ һәм көйләнеүсе миграция өсөн сығыш яһай. Беҙ ватандаштарыбыҙҙы легаль рәүештә эшкә урынлаштырыу өсөн Башҡортостанда тыуҙырылған шарттарҙы юғары баһалайбыҙ. Был осрашыу ике яҡлы мөнәсәбәттәргә өҫтәмә импульс бирер һәм хеҙмәттәшлек өсөн яңы офоҡтар асыр, тип ышанам, – тине Олимжан Абдуллаев.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.