

Юлда хәрәкәтте ебәргәндән һуң Борай районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәләште һәм М-12 “Көнсығыш” федераль трассаһының Дүртөйлө – Әчит яңы участкаһының социаль-иҡтисади һөҙөмтәһе хаҡында һөйләне.
Дәүләт Башлығы республиканың Башҡортостан биләмәһе аша автомобиль юлы маршрутын һалыу тәҡдимен хупланы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.
– Беҙ ил Хөкүмәте менән әүҙем эшләнек, беҙгә бындай юл етмәүе тураһында Президентҡа мөрәжәғәт иттем. Трафик көсөргәнешлеген иҫәпкә алып, ул беҙгә ысынлап та бик кәрәк ине. Шуға күрә тәү сиратта Владимир Владимировичҡа трасса маршруты тураһында ҡарар ҡабул иткәне өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Юлдың төп участкаһы 140 километр, плюс М-7 трассаһындағы биш тораҡ пунктты урап үтеү менән бергә 205 километр яңы юлдар барлыҡҡа килде. Проект бик мөһим әһәмиәткә эйә. Минеңсә, бында иҡтисад бик етди үҫеш кисерәсәк. Хәҙер беҙҙең бурыс – Өфөнән М-12-гә тиклем юлды беренсе категорияға еткереү. Бының өсөн аҡса ҡаралған, айырым участкалар проектлау стадияһында. Алдағы алты йылда был эште тамамлайбыҙ. Бынан тыш, М-12 төҙөлөшөндә күп юлдар ауыр техниканан зыян күрҙе, уларҙы тергеҙеү кәрәк. “Росавтодор” бер өлөшөн ремонтлай башланы ла инде, бер өлөшөн юл фонды иҫәбенә тәртипкә килтерәсәкбеҙ.
Республика Башлығы шулай уҡ М-5 “Урал” федераль трассаһын яңыртыу барышы тураһында хәбәр итте.
– Беҙгә әле ҙур күләмдә эшләргә кәрәк – уны Силәбенән Өфөгә тиклем еткерергә кәрәк. Унда Иглин районының Балтика ауылынан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем бик ауыр участка бар. Әлегә беҙ алдағы биш йылда проектлауға аҡса бүлеү өсөн көрәшәбеҙ, сөнки был юл – шундай тар шешә муйыны, һәм унда ҡышҡыһын йөрөү бик ауыр. Шул уҡ ваҡытта беҙ билдәле бер альтернатива – Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы трассаһын булдырҙыҡ. Әлбиттә, унда алыҫлыҡ бер аҙ ҙурыраҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Быйыл беҙ Стәрлетамаҡты урап үтеү юлын да төҙөй башланыҡ. Р-240 трассаһының дүрт һыҙатлы участкаһын Ергәнгә тиклем еткерәбеҙ. Был проектты 2027 – 2028 йылдарҙа тамамлау планлаштырыла. Ул Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Салауат ҡалаларының транспорт инфраструктураһын яҡшыртасаҡ.
Киләсәктә республиканың юл фондын арттырыу бурысы тора, уның средстволары шул иҫәптән трассаларҙың туҙған участкаларын ремонтлауға йүнәлтеләсәк, тип өҫтәне төбәк етәксеһе.
– Әлеге ваҡытта ауырлыҡ контроле буйынса ҙур эш бара. Муниципалитет башлыҡтары ҙур йөк машинаһының юлдарҙы емереүенә иғтибар итә. Өс-дүрт йыл эсендә яҡшы һөҙөмтә бирәсәк тейешле программа әҙерләргә һәм ҡабул итергә ниәтләйбеҙ. Һәм беҙҙең трассаларҙа йөк машиналары менән законды боҙоп йөрөү бик отошло булмаясаҡ, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда муниципалитеттар өсөн “яңғырауыҡлы” юлдарҙы ремонтлау мөһим бурыс булып тора. Халыҡты был мәсьәлә бик борсой, һәм беҙ уларҙы планлы һәм маҡсатлы рәүештә тәртипкә килтерә башланыҡ. Юлдар –ҡатмарлы тарих, бигерәк тә ҙур биләмәле Рәсәй өсөн. Улар беҙҙең бәхетебеҙ ҙә, ауырлығыбыҙ ҙа. Был беҙҙең мәсьәләләр, һәм беҙ уларҙы хәл итәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.