Иҡтисад
17 Июль 2025, 10:00

“Ваҡыт капсулаһы” – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”

  Илле йылдан асырға вәғәҙә ителгән “Ваҡыт капсулаһын” тутыҡмай торған ҡоростан етештергәндәр. Уға предприятиеның традицияларын һәм ҡиммәттәрен сағылдырған артефакттар ингән

“Ваҡыт капсулаһы”  – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”“Ваҡыт капсулаһы”  – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”
“Ваҡыт капсулаһы” – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”

Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров киләсәктәге мотор төҙөүселәргә  “Ваҡыт капсулаһы” һалыу тантанаһында ҡатнашты. Был ваҡиға  асыҡ акционерҙар йәмғиәте “ ОДК-Өфө моторҙар етештереү берекмәһе”нең 100 йыллығына арналған байрам сараларына ярашлы ойошторолдо.

Илле йылдан асырға вәғәҙә ителгән “Ваҡыт капсулаһын” тутыҡмай торған ҡоростан етештергәндәр. Уға предприятиеның традицияларын һәм ҡиммәттәрен сағылдырған артефакттар ингән. Уларҙың иҫәбендә – киләһе быуындарға мөрәжәғәтнамә, предприятие үҫеше тураһындағы очерктар, “Моторостроитель” корпоратив гәзитенең юбилей махсус һаны, завод хеҙмәткәрҙәре балаларының һүрәттәре һәм башҡа әйберҙәр.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы завод хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына профессионаллектәре һәм эшкә тоғролоҡтары өсөн  рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостан сәнәғәтенең ғорурлығы булған  “ОДК-Өфө моторҙар етештереү берекмәһенең” бер  быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бөгөн киләсәк быуын өсөн предприятиеның нисек үҫешеүе, завод эшселәре быуындарының Тыуған ил хаҡына ниндәй хеҙмәт батырлыҡтары ҡылғанлығы тураһында мәғлүмәт буласаҡ капсуланы һалабыҙ. Шулай уҡ берекмәнең бөгөн нисек йәшәүе, уның нисек донъя кимәлендәге моторҙар төҙөүсе предприятиеға әүерелеүе тураһында ла.  Бөтәгеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем, ә заводҡа –  үткән 100 йыл дауамындағы кеүек һәр саҡ алға барырға.

 Ҡотлау һүҙҙәре менән предприятиеның элекке етәкселәре сығыш яһаны. Берекмәнең идарасы директоры Евгений Семивеличенко киләһе  быуынға мөрәжәғәтнамәлә ниндәй мәғәнә һалыныуын билдәләне.

– Был капсула – беҙҙең эшебеҙҙе 50 йылдан һуң дауам итәсәк бөтә хеҙмәткәрҙәргә. Уларға төп теләгебеҙ – үҙеңә ышанырға, Тыуған илеңде, ғаиләңде  яратырға һәм, әлбиттә, үҙеңдең заводыңды ла, – тине етәксе.

 Почетлы ҡунаҡтар “Ваҡыт капсулаһын” һалды һәм предприятиеның кадрҙар бүлеге  бинаһы алдында иҫтәлекле яҙыуҙы урынлаштырҙы.

– Беҙ Ростех етәкселеге менән берлектә Рәсәй Президенты Владимир Путинға предприятиеның 100 йыллығына федераль статус  биреү тураһында мөрәжәғәт иттек. Дәүләт етәксеһенең ошоға ярашлы указы бар, - тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмә барышында.  – “ОДК- Өфө моторҙар етештереү берекмәһе” – Башҡортостан сәнәғәтенең флагманы, иң эре машина төҙөү предприятиеһы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

“Ваҡыт капсулаһы”  – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”
“Ваҡыт капсулаһы”  – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”
“Ваҡыт капсулаһы”  – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”
“Ваҡыт капсулаһы”  – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”
“Ваҡыт капсулаһы” – беҙҙең эште дауам итеүселәр өсөн”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас