Иҡтисад
18 Июль 2025, 17:40

“Башҡортостан вахтаһы” проектын киңәйтеү ҡарала

Проектта 700 тирәһе кеше ҡатнашты һәм эшкә урынлаштырылды.

“Башҡортостан вахтаһы” проектын киңәйтеү ҡарала“Башҡортостан вахтаһы” проектын киңәйтеү ҡарала
“Башҡортостан вахтаһы” проектын киңәйтеү ҡарала

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Тиҙ хеҙмәткә урынлаштырыу төбәк операторы” мәшғүллек агентлығы менән партнерлыҡ килешеүе төҙөнө. Уға ярашлы “Башҡортостан вахтаһы” проектын киңәйтеү планлаштырыла. Агентлыҡ илдең башҡа төбәктәрендә эшләүсе белгестәрҙе һайлап алыуҙа, уҡытыуҙа, квалификация алыуҙа һәм артабан республика предприятиеларына урынлаштырыуҙа ҡатнашасаҡ.

– Проектты беҙ 2024 йылда башланыҡ. Унда 700 тирәһе кеше ҡатнашты һәм эшкә урынлаштырылды. “Башҡортостан вахтаһы” республиканың ҡала һәм райондарына сыға, – тип һөйләне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Министр проекттың хеҙмәт миграцияһын тотороҡландырыуҙа һөҙөмтәле инструмент булараҡ үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеүен белдерҙе. 

– Проекттың ҡеүәте юғары. Уны шулай уҡ йәштәр менән эшләүҙә ҡулланырға уйлайбыҙ, шул иҫәптән студенттар отрядтары хәрәкәте аша. Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларынан һәм башҡа эш биреүселәрҙән дә ҡатнашыусыларҙы республиканың хеҙмәт коллективтары мәнфәғәтендә йәлеп итергә теләйбеҙ, – тине “Тиҙ хеҙмәткә урынлаштырыу төбәк операторы” мәшғүллек агентлығының генераль директоры Ирек Сәйетов.

Партнерлыҡ килешеүе нигеҙендә эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыуға, предприятиеларҙың кадрҙар резервын тулыландырыуға һәм эш биреүселәрҙең студенттар һәм белем биреү учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүенә тырышлыҡ һалынасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас