

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов “Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар етештереү берекмәһе”нең хеҙмәт коллективына Александр Невский орденын тапшырҙы. Наградлау тураһындағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Александр Невский ордены – Рәсәйҙәге иң почетлы дәүләт наградаларының береһе. Уны төп тармаҡтар үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн тапшыралар. Хеҙмәт коллективына награданы Сергей Чемезов тапшырҙы.
– Александр Невский ордены – Өфө моторҙар етештереү берекмәһенең бөтә коллективы ҡаҙаныштарын таныу ул. Был награда беҙҙең дөйөм эшкә тоғролоғобоҙ өсөн, – тине Сергей Чемезов. – Бөгөн беҙ шулай уҡ юғары профессионаллектәре өсөн иң яҡшы хеҙмәткәрҙәребеҙҙе хөрмәтләйбеҙ. Һеҙҙе предприятиеның бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайым. Һеҙҙең эшегеҙ һәм иртәгәһе көнгә ышанысығыҙ өсөн рәхмәт.
Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуровтың ҡотлау хатын уҡыны. Радий Хәбиров берекмәнең хеҙмәт коллективына республика һәм Ватан мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Берекмәнең идарасы директоры Евгений Семивеличенко берекмәнең эшмәкәрлеген юғары баһалағандары өсөн рәхмәт әйтте һәм Рәсәйҙә двигателдәр төҙөүҙе үҫтереү өсөн бөтә тырышлыҡтарын һаласаҡтарын белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.