Иҡтисад
18 Июль 2025, 15:40

Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк

Дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов яңы ҡеүәттәрҙә етештереләсәк продукцияның  Рәсәйҙең перспективалы самолет һәм вертолеттарында файҙаланасаҡтарын белдерҙе.

Металл ҡойоу цехы эшләйәсәкМеталл ҡойоу цехы эшләйәсәк
Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры  Сергей Чемезов алюмин ҡойоу технология компетенцияһы үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул “Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар етештереү берекмәһе” майҙанында урынлашҡан. Сара предприятиеның 100 йыллығына арнап үткәрелде.

Башҡортостан Башлығы яңы производствоның Рәсәй сәнәғәте өсөн мөһимлеген билдәләне.

– Был үҙенсәлекле цех. Сөнки металл ҡоймайынса, ошо ысул менән етештерелеүсе узел һәм агрегаттарһыҙ, авиация двигателдәрен төҙөп булмай. Һәм технология үҙе лә инженер уйынан юғары, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ростех  дәүләт корпорацияһы инвестицияһына ярашлы, яңы бина төҙөнөк, заманса ҡорамалдар һатып алдыҡ. Бында Ватан сәнәғәте өсөн киң изделиелар селтәре етештереләсәк, был илебеҙҙең технологик суверенитетын нығытырға мөмкинлек бирәсәк.

Дәүләт корпорацияһының генераль директоры яңы ҡеүәттәрҙә етештереләсәк продукцияның Рәсәйҙең перспективалы самолет һәм вертолеттарында файҙаланасаҡтарын белдерҙе. Аҙаҡ почетлы ҡунаҡтар яңы производство комплексының мөмкинлектәре менән танышты.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк
Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк
Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк
Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк
Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк
Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк
Металл ҡойоу цехы эшләйәсәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас