Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында федераль М-12 автомобиль юлының 275 километр оҙонлоғондағы Дүртөйлө–Ачит участкаһында хәрәкәтте асыуға старт бирҙе. Был юлдың 140 километры беҙҙең республика аша үтә.
Был тиҙлекле дүрт һыҙатлы автомобиль юлында транспорт сиселештәре бар. М-12 юлына сығып, светофорҙарһыҙ көнсығышҡа, әлегә Екатеринбургҡа, аҙаҡ Төмәнгә барып етергә мөмкин. Башҡортостан участкаһы республиканың төньяҡ-көнсығышында башлана, Дүртөйлөнән Борай һәм Тәтешле аша, ә аҙаҡ Свердловск өлкәһенә китә.
Был түләүле юл кем өсөн отошло һәм уңайлы? Ошо һорау менән Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Ҡәдим улы Гәрәевкә мөрәжәғәт иттек.
–Яҡшы юлдар һәр саҡ араларҙы яҡынайта, төбәккә яңы һулыш, яңылыҡтар алып килә. Яңы юлдың 67 километры тап беҙҙең район биләмәһе аша үтә. Беренсенән, яңы юл район иҡтисадын үҫтереүгә йоғонто яһаясаҡ. Ҡайҙа сифатлы юл – шунда тормош ҡайнай, шунда инвестиция, шунда яңы идеялар тыуа. Хатта был юлдан файҙаланмағандар ҙа уның тәьҫирен тоясаҡ. Ни өсөн тигәндә, юл сервистары үҫешеүен бөгөн үк күрәбеҙ, киләсәктә ҡунаҡхана, кафе-ресторан комплекстары барлыҡҡа килеү менән туристар ағымы көсәйәсәгенә, инвесторҙар киләсәгенә шикләнмәйем.
Һәр яҡшы яңылыҡ икенсеһен тарта, матур юлдар менән халыҡтың мәҙәнилеге, тормош сифаты күтәреләсәк. Кешеләрҙең үҙҙәренең тыуған төбәктәрендә ерегеп, уны тағы ла йәмлерәк, уңайлыраҡ итеү өсөн үҙ өлөштәрен индерәсәгенә ышанам. Борай ере бик ылыҡтырғыс, йәшәү өсөн һәр йәһәттән яйлы төбәк, яҡташтарыбыҙҙың тап ошонда бәхетле тормош ҡороуҙарын, уңышҡа өлгәшеүҙәрен теләйем.
Шуны ла әйтеп үтмәй булмай, юл төҙөлөшө барышында байтаҡ ир-егеттәребеҙ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән эшселәр менән бер рәттән ҡулға-ҡул тотоноп эшләне, тәжрибә тупланы, матди яҡтан ғаиләһен нығытты. Форсаттан фвйҙаланып, юғары хеҙмәт хаҡы алып, өй һалғандар, машина алғандар, балаларын уҡытҡандар етерлек булды. Был да бик мөһим эш. Ғөмүмән, заманса автомобиль магистраленең төҙөлөүе юғары эш хаҡы түләнгән эш урындары, заманса юл сервисы зоналары барлыҡҡа килеүенә, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларына һәм уларҙағы медицина учреждениеларына, уҡыу йорттарына, мәҙәниәт усаҡтарына тиҙ һәм хәүефһеҙ барып етеүҙе тәьмин итәсәк. Һөҙөмтәлә эске туризм үҫешәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ яңы автомобиль юлының райондың иҡтисады үҫешенә этәргес булыуына ҙур өмөт менән ҡарайбыҙ, – тине Рушан Ҡәдим улы.
Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.