Иҡтисад
21 Июль 2025, 13:15

Дүртөйлө – Әчит юлының әһәмиәте ҙур

Эксперттар ҙа шул турала әйтә.  

Дүртөйлө – Әчит юлының әһәмиәте ҙурДүртөйлө – Әчит юлының әһәмиәте ҙур
Дүртөйлө – Әчит юлының әһәмиәте ҙур

Дүртөйлө – Әчит юл участкаһын асыу республикабыҙ ғына түгел, тотош илебеҙ өсөн ҙур ваҡиға булды.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы тиҙлекле трасса буйынса хәрәкәтте асты. Сәйәсмәндәр һәм эксперттар фекере буйынса төбәк халҡы өсөн был яңы мөмкинлектәр бирә. 

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин сифатлы юлдарҙың һәр ваҡыт инвестициялар алып килеүен, эшҡыуарлыҡ үҫешенә, яңы эш урындары булдырыуға ыңғай йоғонто яһауын белдерҙе.

Федерация Советы ағзаһы Олег Голов М-12 трассаһының логистика үҫеше өсөн һәм тотош ил иҡтисады өсөн ҡеүәтле ҡорал булыуы тураһында әйтте.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова был трассаға туристар тарафынан ҡыҙыҡһыныу артыуын, биш тораҡ пункттың транзит ағымынан азат ителеүен белдерҙе.

Тарих фәндәре кандидаты, БАГСУ-ның  политология, социология һәм философия кафедраһы доценты Сергей Лаврентьев Президент тарафынан бындай объекттың асылыуы Башҡортостан етәкселегенә һәм шәхсән Радий Хәбировҡа ҙур ышаныс билдәһе булыуын хәбәр итте.

Транспорт эксперты Олег Арефьев әйтеүенсә, кемдер М-12 трассаһы менән файҙаланырға уйламаһа ла, еңел тын ала, сөнки транзит ағымы республика эсендәге юлдарға көсөргәнеште кәметә.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов инфраструктура үҫешен иҡтисад һәм туризм үҫеше менән бәйләй.

Бөтә Рәсәй автомобиль транспорты һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостандағы ойошмаһы рәйесе Марат Дәүләтшин, трасса тирәләй яңы эш урындары, сервистар һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк, ти.

Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев юл төҙөлөшөнөң кешеләргә аҡса эшләргә мөмкинлек асыуы, районға иҡтисади үҫешкә шанс биреүе тураһында әйтте.

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Ҡаһарманов трассаның район һәм республика үҫеше өсөн етди этәргес биреүен белдерҙе.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бындай магистралдәр төҙөү - Башҡортостандағы һәр кешегә йоғонто яһаусы стратегик аҙым. Был ябай юл ғына түгел, ә төбәк өсөн яңы перспектива.

Дүртөйлө – Әчит юлының әһәмиәте ҙур
Дүртөйлө – Әчит юлының әһәмиәте ҙур
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас