

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә (ЦУР) Ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәксеһе Олег Казанов ҡатнашлығында ошо тармаҡ эшмәкәрлегенә ҡағылышлы ултырыш үткәрҙе. Унда “Роснедра” йәмғиәте вәкилдәре, республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Урал аръяғы район башлыҡтары, шулай уҡ тау компаниялары директорҙары ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ведомство-ара комиссия эшенең аралыҡ йомғаҡтары, шулай уҡ тармаҡтағы бөгөнгө хәл тикшерелде.
– Минераль-сеймал ресурстарҙы табыу – иҡтисадыбыҙҙың мөһим йүнәлеше. Бөгөн беҙҙә 642 федераль лицензия ғәмәлдә. Билдәле булған һәм киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар төрө буйынса республикабыҙ – Волга буйы федераль округында лидер. Лицензияның күп булыуы ла ныҡлы иғтибар талап итә, – тине БР Башлығы.
Тап шуның өсөн дә беҙҙә махсус комиссия булдырылды, ярайһы етди проблемаларҙы хәл итеү буйынса тәртип барлыҡҡа килде. Лицензия эйәләренән экологик ҡануниәтте үтәү ҙә талап ителә.
Беләһегеҙ, беҙҙең көньяҡ-көнсығыш төбәктә геологик өйрәнеү буйынса лизенция биреүгә мораторий индерелде. Шул иҫәптән һибелмә алтын табыуға ла. Сикләү 2028 йылдың IV кварталына тиклем ғәмәлдә ҡала.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә – эшкәртелгән майҙандарҙы рекультивациялау. Төбәк етәксеһе был йәһәттән компанияларҙың йөкләмәләрен нығытыу кәрәклеген билдәләне.
– Мелиорация үткәрергә уйламаған ер аҫты файҙаланыусылары, лицензия ваҡыты тамамланғансы, аңлы рәүештә бөлгөнлөккә төшә, мөлкәтен яңынан рәсмиләштерә һәм асылда юҡҡа сыға. Ә тамырынан йолҡоп алынған ерҙәр ҡиммәтле мелиорация эштәрен башҡарырға аҡсаһы булмаған халыҡҡа һәм муниципалитеттарға ҡалдырыла, - тип аңлатты Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ контроль һәм күҙәтеү органдарына: ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡҡа, прокуратураға, Эске эштәр министрлығына, Росприроднадзорға һәм Россельхознадзорға һөҙөмтәле эш алып барған өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Роснедра” башлығы ведомство-ара комиссияның эшмәкәрлеген юғары баһаланы, килешеп-һөйләшеп эшләүҙең файҙаһы булыуын белдерҙе.
Артабан файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға бәйле төрлө проблема һәм мәсьәлә тикшерелде. Беҙҙә эшләүсе предприятиеларҙың етәкселәре лә килгәйне. Улар эшмәкәрлек алып барыу тураһында һөйләне.
Олег Казанов белдереүенсә, әгәр етди сәбәптәр һәм факторҙар булһа, лизенция хоҡуғын бөтөрөү йә бирмәү мөмкинлеге тураһында ла әйтеп үтте.
-Ер аҫтын файҙаланыу тирә-яҡ мөхиткә билдәле бер ауырлыҡ, йәғни йөк тыуҙыра, шуға күрә беҙ бергәләп был өлкәгә системалы ҡараш булдырырға тейешбеҙ. Үҙ сиратында “Роснедра” республикаға бар яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, - тине Олег Казанов.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ Башҡортостан етәкселегенең ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусыларға һәм үҙләштерелгән ер участкаларын мотлаҡ рекультивациялау зарурлығына ҡағылышлы позицияһын хупланы.
Сығанаҡ: БР Башлығы сайтынан