

24 – 26 июлдә “Баҫыу көнө-2025“ төбәк семинары була. Унда урып йыйыу эштәре тактикаһы һәм стратегиялары тураһында һөйләшәсәктәр.
- Республика ауыл хужалығы предприятиеларының, элеваторҙарҙың һәм эшкәртеү предприятиеларының уңыш йыйыуға әҙерлеге тураһында һөйләшәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Теге йәки был сорттың, гибридтың республика шарттарында һөҙөмтәле икәнлегенә инаныу өсөн етештереү тәжрибәһе менән танышасаҡбыҙ.
“Баҫыу көнө” программаһына ярашлы, 40 гектар майҙанда перспективалы ауыл хужалығы культураларының 255 сорт һәм гибридын үрсетеү, шулай уҡ минераль ашламалар һәм үләнде һаҡлау тәжрибәләре күрһәтеләсәк. Ошо уҡ көндә ауыл хужалығы техникаһының алдынғы өлгөләре менән таныштырасаҡтар.
Быйыл “Баҫыу көнө” төбәк форумы Өфө эргәһендәге майҙансыҡта – Ягодная поляна тип исемләнгән ауыл эргәһендә була. 26 июлдә һәр кем ауыл хужалығы техникаһын ҡарай, водитель йәки оператор кабинаһында ултыра ала. Форум ҡунаҡтары тракторҙарҙа ярыштарҙы күҙәтеү, башҡорт фермерҙарының эксклюзив аҙыҡ-түлектәрен һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Сығанаҡ: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.