

“Инвестсәғәт”тә яңы проекттар хупланды
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Инвестиция комитетының “Инвестсәғәт” форматындағы сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда ауыл хужалығындағы, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендәге һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге яңы башланғыстар ҡаралды.
“Башкирская” ҡошсолоҡ фабрикаһының генераль директоры Ирина Гаврилкина тауар йомортҡаһы етештереүҙе Өфө районының Авдон ауылындағы майҙансығында киңәйтеү, шулай уҡ Благовар районындағы ҡеүәте сәғәтенә 30 тонна булған ҡатнаш аҙыҡ заводы проекттары менән таныштырҙы.
Республиканың инвесткомитеты проектты хупланы һәм уға өҫтөнлөклө статус һәм һалым ташламалары бирҙе.
“Башҡортостан ит компанияһы”ның Бишбүләк районында сусҡа үрсетеү пландары менән “Мясо” дивизионы етәксеһе Ринат Зәйнуллин таныштырҙы. Бындағы майҙансыҡ 190 гектар тәшкил итәсәк, унда сусҡа үрсетеү буйынса 12 комплекс төҙөү ҡарала. Был проектҡа ла өҫтөнлөклө статус бирелде.
“Вкусный мир” компанияһына нигеҙ һалған Рафаэль Заһиҙуллин Иглин районында икмәк ризыҡтары һәм кондитер әйберҙәре етештереү проекты тураһында һөйләне. Проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде.
“Алан” компанияһының генераль директоры Айрат Фәтҡуллин Өфө районының Дорогин ауылында ҡунаҡхана комплексы төҙөү планы менән таныштырҙы. Унда 12 белгес эшләйәсәк. Проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.