

Сәнәғәт туризмының бурыстары киң. Төп маҡсаттарының береһе – йәш быуынға һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биреү, ярҙам күрһәтеү. Благовещен заводы Берләштерелгән Металлургия Компанияһында ла был йәһәттән ныҡлы эш алып барыла.
Компанияһының PR – партнеры Владлена Владимировна Елышева быға тулы асыҡлыҡ индерҙе:
- Благовещен заводы Берләштерелгән Металлургия Компанияһында сәнәғәт туризмы үҙ аллы йүнәлеш булараҡ 2022 йылда барлыҡҡа килде. Бөгөнгө көндә беҙ 6000-дән ашыу туристы ҡабул иттек. Был йүнәлеште эшләтеп ебәрер өсөн АСИ (Сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса акселератор 2.0) программаһы буйынса уҡытыу ойошторолдо. Шулай уҡ ике маршруттың технологик карталары әҙерләнде: “Ут. Металл. Кешеләр” тигәне өлкәндәр төркөмө өсөн, унда етештереү циклын тулы күҙәтеү мөмкинлеге бар һәм “Станоктар батшалығы” – эҫе цехтарға керетмәй генә балалар өсөн экскурсиялар.
Артабан штатҡа экскурсовод алынды. Ул да “Инженер күҙҙәре менән” тигән гид мәктәбе компанияһында һөнәри әҙерлек үтте. Һөҙөмтәлә ул да “Мауыҡтырғыс металлургия” тигән яңы һөнәри йүнәлеш биргән маршрут булдырҙы, – тип һөйләне ул.
Благовещен заводына 1756 йылда баҡыр иретеү предприятиеһы булараҡ сауҙагәр Матвей Мясников тарафынан нигеҙ һалына. Завод менән бергә Благовещен заводы ауылы барлыҡҡа килә, артабан ул Благовещен ҡалаһына әүерелә. Бер быуаттан ашыу завод баҡыр иретә, аҙыҡ суйын иретеү һәм металды механик эшкәртеү оҫталығын үҙләштерә.
Бөгөн ул тулы производство циклы булған Рәсәйҙең боронғо предприятиеһы. Завод идаралығы бинаһы 19 быуаттың архитектура һәйкәле һанала.
– Ҡаланың тарихы ла Благовещен заводының үҫеше менән тығыҙ бәйле. Әлбиттә, ҡала үҙгәрә, үҫә. Ләкин бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала – беҙ ҡаланы булдырыусы төп предприятие статусын һаҡлап киләбеҙ.
Беҙҙең экскурсоводтарҙың профессионализмы маршруттарҙы балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы итә.
Экскурсия барышында үҙегеҙҙе ысын арматура төҙөүсеһе итеп тойорһоғоҙ. Махсус кейем, күҙлек һәм каска кейеп, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үтеп, ситтәргә кереү ҡәтғи тыйылған урындарға инерһегеҙ. Заводтың төп цехтарын күреү, производствоның тулы циклы менән танышыу ғына түгел, Башҡортостандың боронғо металлургия предприятиеһы тураһында ҡыҙыҡлы тарих һәм легендалар ҙа ишетерһегеҙ. 1800 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған металдың тыңлаусан рәүештә буласаҡ арматура формаһын алыуын күрерһегеҙ.
Торбаүткәргестәрҙе шартлауҙан һаҡлаған бик ҡатмарлы конструкциялар барлыҡҡа килеүен аңларһығыҙ. Иң ҙур задвижкаларҙың береһе янында селфи төшөү ҙә иҫтәлекле булыр. Улар гигант ҙурлығында – ауырлығы 6 тоннанан ашыу. Бындай “экземплярҙар” – 70 градус температуралағы мәңгелек туңлыҡ шарттарында эшләү өсөн етештерелә. Экскурсияла булғандан һуң төҙөлөш һәм торбаүткәргес арматураһын бер ҡасан да бутамаясаҡһығыҙ, – тип өҫтәне Владлена Владимировна.
Әйтергә кәрәк, завод тураһында мәғлүмәт “Барыһы ла заводҡа” тигән стратегик инициативалар агентлығының онлайн-юл күрһәтеүсеһенә индерелгән.
Благовещен заводы Берләштерелгән Металлургия Компанияһы тураһында федераль һәм төбәк телеканалдарына 10-дан ашыу тапшырыу һәм яңылыҡтар сюжеты төшөрөлгән. Компанияның маршруттары тураһында һөйләгән сайт булдырылған.
Юғары һәм урта уҡыу йорттары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған: Өфө дәүләт нефть техник университеты, Благовещен күп профилле колледжы, Башҡортостан архитектура-төҙөлөш колледжы менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Әйткәндәй
Башҡортостанда уның етәксеһе булараҡ эш башлағанда Радий Хәбиров эске туризм үҫеше менән бәйле хәлде критик тип баһаланы. Проблеманы ул тейешле инфраструктура булмауы менән бәйләне. Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн грант һәм субсидиялар, һалым ташламалары системаһын булдырырға ҡарар ителә.
Пандемия ваҡытында, әле махсус хәрби операция мәлендә киҫкен һорауҙарҙы хәл итеүгә финанслауҙа ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, туризм йүнәлеше өҫтөнлөклө булып ҡала.
ФЕКЕР:
Владлена Владимировна Елышева, Благовещен заводы Берләштерелгән Металлургия Компанияһының PR – партнеры
–Әлбиттә, сәнәғәт туризмы – төбәк брендтарын үҫтереү һәм алға этәреү өсөн төп ҡоралдарҙың береһе булып тора. Ләкин туризм өлкәһендә төрлө сараларҙы тормошҡа ашырып, беҙ тәүге сиратта йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәре мәртәбәһен күтәреүҙе, һөнәри йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Һуңғы йылдарҙа быға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бигерәк тә Благовещен балалары өсөн мөһим йүнәлеш тип уйлайбыҙ, сөнки беҙ ҡала төҙөүсе предприятие. Беҙҙең заводта уларҙың олатайҙары, өләсәйҙәре эшләгән, ата-әсәйҙәре был эште дауам итә. Заводтың хеҙмәт династияларының дөйөм стажы 3 мең йылдан артып китә. Бының менән ғорурланырға кәрәк. Икенсе бурыс – “Завод – иҫке заман, унда аҙ түләйҙәр һәм перспектива юҡ” тигән стереотипты юҡҡа сығарыу. Үҙебеҙҙең бай тарихыбыҙ тураһында онотмай, уларға арматура етештергән заманса станоктарҙы күрһәтәбеҙ, уларҙың төрлө модификациялары һәм металл эшкәртеү процесы менән таныштырабыҙ, герметикаға әйберҙәрҙе һынау үҙенсәлектәре тураһында һөйләйбеҙ. Заводтағы эш менән эстән танышҡас, балаларҙың фекере үҙгәреүен күреү беҙҙең өсөн һөйөнөслө. Заводтың һәр ҡунағына беҙ ҙур иғтибар менән ҡарайбыҙ. Сөнки производствола ла, тормошта ла иң мөһиме кеше булыуын аңлайбыҙ. Ҙур ихласлыҡ менән үҙебеҙҙең предприятиеға, Благовещен Берләштерелгән Металлургия Компанияһына экскурсияға саҡырабыҙ.
Наградалар:
Завод тураһында белешмә:
Благовещен заводы Берләштерелгән Металлургия Компанияһында нефть газы, нефть химияһы, энергетика, атом һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары өсөн юғары ныҡлыҡтағы торбаүткәргес арматуралары етештерелә. Был предприятие тулы производство циклына эйә. Бында торбаүткәргес арматураһы барлыҡ этаптарҙы үтә: чертеж төҙөгәндән алып, заказсыға эшләп, оҙатҡанға тиклем. Хеҙмәткәрҙәр һаны 1200-ҙән ашыу. Заводтың тарихы 1756 йылда нигеҙ һалынған Благовещен баҡыр иретеү заводына барып тоташа. Уның тәүге хужаһы уға нигеҙ һалыусы һәм төҙөүсе Матвей Мясников була. 2013 йылдан завод Берләштерелгән Металлургия Компанияһы составына инә. Бөгөн ул республиканың һәм райондың иң яҡшы эш биреүселәре рәтендә. Белгестәргә конкурентлы хеҙмәт хаҡы, уҡытыу, карьера үҫеше тәҡдим итеп, компания эшсе һөнәрҙәрҙең мәртәбәһен күтәрә. Йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү сараларына ҙур иғтибар йүнәлтелгән. Завод республикабыҙҙың әйҙәүсе юғары һәм урта уҡыу йорттары менән квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Һөҙөмтәлә былтыр, Благовещен заводы берләштерелгән металлургия компанияһына унан алдағы йыл менән сағыштырғанда йәш белгестәр ике тапҡыр күберәк килгән.
Фотолар: Благовещен заводы Берләштерелгән Металлургия Компанияһы архивынан.