Иҡтисад
31 Июль 2025, 15:15

Юлдар ҡараулы, транспорт төҙөк

Юлдар – ул әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡатмарлы тарих

Юлдар ҡараулы, транспорт төҙөкЮлдар ҡараулы, транспорт төҙөк
Юлдар ҡараулы, транспорт төҙөк

Республикабыҙҙа агросәнәғәт комплексы секторына, мәғариф тармағына, мәҙәниәткә һәм бүтән өлкәләргә көслө иғтибар бүленгән шикелле, транспорт буйынса үҫеш һәм юлдар торошо яҡшы булһын өсөн бик күп уй-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Быларҙың барыһын да республика етәксеһе даими күҙәтеү аҫтына алған.

Форсаттан файҙаланып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән (10 декабрь, 2019 йыл) өҙөк менән таныштырабыҙ.

– Юлдар – ул әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡатмарлы тарих, уның ҡарауы, беҙҙең өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе, – тине Радий Фәрит улы. – Һәм кешеләр был турала үтенес менән мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә ул уңайлыҡтар ғына түгел, ә иҡтисадты үҫтереү ҙә. Ә иң мөһиме, хәүефһеҙлек күҙ уңында тотола. Яҡшы юлдар кешеләргә ышаныс өҫтәй, тимәк, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Был тармаҡҡа аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәйәсәкбеҙ.

Ысынлап та, Өфө ҡалаһынан республикабыҙҙың төрлө тарафтарына юлланғанда, "Өфө–Сибай", "Өфө–Яңауыл", "Өфө–Учалы", "Өфө–Үрге Тәтешле", "Өфө–Аҡъяр" юлдары һәм бүтәндәр - шуға асыҡ асыҡ миҫал, ундағы хозурлыҡты күрмәү мөмкин түгел. Асфальт тип-тигеҙ, бер урында ватылған урынды күрмәҫһең, бынан тыш, уның ситтәре тейешле нығытылған, юлдарҙың ситендәге үлән даими сабылып тора. Юлаусылар уңайлы траспортта йөрөй. Республикабыҙға күрше булған республика йәки өлкәләр генә түгел, ә тотош илебеҙҙең субъекттарынан эш тәжрибәһен өйрәнергә беҙгә йыш киләләр.

 "Көнсығыш сығыу юлы"нан йөрөүселәр арта

Тормош алға бара, уның кеүек Башҡортостанда ла төрлө объекттар төҙөлә. Әйтәйек, 2024 йылдың 21 мартында Өфөлә "Көнсығыш сығыу юлы" (1992 йылда төҙөлөш башланған булған) сафҡа индерелде. Унда республика етәксеһенең ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Уның асылыуын барыһы ла түҙемһеҙләнеп көттө. Ул автомобиль тығындарын бөтөрөүгә тос өлөш индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, "Көнсығыш сығыу юлы" – Башҡортостанда күптәнге эре инфраструктура объекты. Улай ғына ла түгел, бик ауыр инженер объекты. Һүҙ ҙә юҡ, Өфө ҡалаһы кешеләренең, республика халҡының уның төҙөлөүенә шатлығы сикһеҙ. "Көнсығыш сығыу юлы" кешеләргә ваҡыттарын күп сарыф итмәүгә, тиҙ юл йөрөүгә булышлыҡ итә, үҙ сиратында, уңайлыҡтар тыуҙыра.

Республика етәкселегенең юлдар торошон һәр саҡ контролдә тотоуы халыҡ мәнфәғәтендә эш итеүен туранан-тура аңлата. Райондан йәки башҡа ҡалаларҙан ниндәйҙер яҡҡа барыусылар бөгөн Өфөгә инмәйенсә, тимәк, уны еңел генә урап үтеп, юлын артабан дауам итә. Юғиһә, бынан бер нисә йыл элек водителдәр Өфө ҡалаһына инеп, светофорҙарҙа йыш туҡтап йәки тығындарға эләгеп ыҙа сикте. "Өфөгә һуғылмайынса ла юлды дауам итәбеҙ" тип ҡыуана шоферҙар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың идара итеү командаһы "Көнсығыш сығыу юлы"н (түләүле, әммә ҡайһы бер граждандарға ташлама булған Рәсәйҙәге берҙән-бер тоннель) файҙаланыуға тапшырып, төҙөлөш буйынса амбициоз проектты тормошҡа ашырыуға өлгәште. Уны "һаҡаллы төҙөлөш" тип әйтергә була, сөнки төрлө йылдарҙа был эш башланды ла ташланды, уға йәбештеләр ҙә кире туҡтаттылар. Унда шул йылдарҙа йүнәлтелгән аҡсаның иҫәбе-һаны юҡ, тиҙәр. Бары тик Радий Фәрит улы власҡа килеү менән ошо ҙур төҙөлөшкә шунда уҡ тотондо.

Салауат Юлаев проспектын Урал "М-5" федераль автомагистрале менән тоташтырған "Көнсығыш сығыу юлы"н сафҡа индереү – республика етәкселегенең маҡсатҡа ынтылышлы булыуының һәм ныҡышмаллыҡ сифатының өлгөһө ул. Ошо объект баш ҡалабыҙҙан ситкә сыҡҡан автомобилдәрҙе тығындарҙан ҡотҡарҙы, етмәһә, ҡаланың йылға аръяғындағы үҫешенә көслө булышлыҡ итте. Инфраструктура объекты Өфөнөң бихисап социаль-иҡтисади процесын ыңғай хәл итеүгә мөмкинлектәр аса. Өфө йылғаһының аръяғында торлаҡ йорттар төҙөлә, үҙ сиратында, үҙ мөйөштәрен булдырыусылар артҡандан-арта. Әйткәндәй, төҙөлөш барғанда Радий Фәрит улы бында йыш булды, эш барышы менән яҡындан танышты, эшселәр һәм инженерҙар менән аралашты.

Киләсәктә юл Салауат Юлаев проспектынан Комсомол урамына тиклем һуҙыласаҡ, унан инде Затон биҫтәһенә илткән күпергә етәсәк һәм "Р-240" федераль трассаһына тоташтырыласаҡ, "М-12" автомагистраленә барып етәсәк.

"Көнсығыш сығыу юлы"нан беренселәрҙән булып үткән Ислам Сәхәбиев әйтеүенсә, ул Өфө районының Шамонин ауылынан 12 минутта баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев проспектына килеп етә,  автомобиль тығындарын күптән онотҡан.

"Көньяҡ ҡапҡалары" көньяҡҡа ғына илтмәй...

Хәҙер Өфө эргәһендәге "Көньяҡ ҡапҡалары" тураһында бер кәлимә һүҙ. Радий Фәрит улы 2022 йылдың 31 декабрендә уның тураһында былай тигәйне:

– Бында, әлбиттә, күпмелер ваҡыт беҙгә, халыҡҡа ла, төҙөүселәргә лә түҙергә тура киләсәк, унһыҙ юлдар төҙөү мөмкин түгел. Уның ҡарауы, тиҙҙән беҙ бынамын тигән Өфөгә инеү юллы буласаҡбыҙ – ул "Көньяҡ ҡапҡалары" тип атала. Өфө өсөн, географияны һәм ландшафтты иҫәпкә алып, һәр юлдың урынлашыуы, һәр күпер мөһимдәрҙән һанала. Шулай ҡоролған – Өфөнө төрлө яҡтан өс йылға уратып алған. 

"Көньяҡ ҡапҡалары", шулай уҡ эре инфраструктура объекты, ул да күптән хәл итеүҙе көттө. Башҡортостан Башлығының уға тейешле иғтибары арҡаһында, был төҙөлөшкә аҡса табылды һәм ул дауам итә.

Ошо проекттарҙың икеһе лә тирә-яҡтан йылға һәм күлдәр менән уратып алынған Өфө ҡалаһында транспорт мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә һәм өфөләргә һәм ҡунаҡтарға уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға туранан-тура булышлыҡ итте.

Водитель Руслан Бирҙеғоловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө күҙгә күренеп күркәмләнә, ул ғына ла түгел, баш ҡалабыҙ тирәләй юлдарҙың торошо ныҡ яҡшырҙы, транспорт хәрәкәте көйләнде. 

"Көньяҡ ҡапҡалары" инфраструктура проекты сиктәрендә 2022–2026 йылдар һуҙымында инфраструктура бюджет кредиттары иҫәбенә ҡаланың көньяҡ өлөшөндә биш транспорт инфраструктураһы объекты тормошҡа ашырыла. Был "Кузнецов затоны" һәм "Йәшел сауҡалыҡ" биҫтәләрендә транспорт сиселешен тәьмин итеү һәм транспорт ағымын көйләү өсөн кәрәк. 2,5 километрға һуҙылған Пугачев урамын рәтләү, яңы генерал Рыленко урамын төҙөү (оҙонлоғо – 1,2 километр), Пугачев һәм генерал Рыленко урамдарында транспорт киҫелешен төҙөү, Воровский урамы тирәһендә аркалы күпергә капиталь ремонт эшләү һәм башҡа эштәр - шуға асыҡ миҫал. Шул иғтибарға лайыҡ, 2024 йылдың октябрендә генерал Рыленко урамынан һәм Пугачев һәм генерал Рыленко урамдарындағы транспорт киҫелешенән автомобилдәр йөрөй башланы, ә ноябрҙә Пугачев урамының дублерына – Бельский урамынан Сочи урамына хәтлем юл асылды. Пугачев урамын реконструкциялау 2025 йылдың аҙағында бөтөр тип көтөлә. Быйыл иһә октябрҙә аркалы күперҙә (1956 йылда төҙөлгән) хәрәкәт рөхсәт ителәсәк, бер һүҙ менән әйткәндә, унда бөтә эштәр ҙә 2026 йылда тамамланыуы күҙҙә тотола. Унда заманса технологиялар ҡулланыла. Ғөмүмән, "Көньяҡ ҡапҡалары" транспорт инфраструктура үҫешенең өр-яңы этабы ул.

 

Башҡортостан траспорт һәм юл хужалығы министры Любовь МИНАКОВА:

– Башҡортостанда транспорт һәм юл мәсьәләләре һәр ваҡыт республика Башлығы Радий Хәбировтың төп иғтибар үҙәгендә тотола. Былар тураһында оператив кәңәшмәлә һөйләшеү даими ойошторола, ә инде етәкселектең урындарға йыш сығыуы, эш барышы менән өҙлөкһөҙ танышыуы күпте һөйләй. Ғөмүмән, юлдар – төп транспорт артерияһы. Юлдарҙы ремонтлау, уға асфальт һалыу – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлегенә туранан-тура бәйле.

Башҡортостанда "Тормош өсөн инфраструктура" тигән милли проект нигеҙендә бик күп урында юлдар ремонтлана. Мәҫәлән, "Магнитогорск – Ира" юлына тап уның буйынса ремонт үткәрелә лә инде, "Өфө – Белорет" юлы ла рәтләнә. Һанай китһәң, милли проект буйынса республикабыҙҙа юлдарҙың күп участогы рәтләнә-ремонтлана. Ул киләсәктә лә дауам ителәсәк.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас