

Ғафури районының “Восход-СТ”, “Урожай” һәм “Колос” хужалыҡтары районда иң тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төшкән. Тотош Ғафури районында быйыл 16481 гектар ерҙә ярауай культуралар, шул иҫәптән 6243 гектар ерҙә ярауай иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән.
– Барлығы 3 мең гектарҙан ашыу ерҙән ужым культуралары – бойҙай, арыш һәм тритикале йыйырға кәрәк. Был бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн иң мөһиме – һауа торошо яҡшы булһын һәм ураҡ эштәре план буйынса барһын, – тине Ғафури районы мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илдар Иҙрисов.
Беҙ барғанда “Урожай” һәм“Восход-СТ” хужалыҡтары баҫыуҙарын комбайндар иңләй ине. Ауыл хеҙмәтсәндәре, матур һауа шарттарын файҙаланып, уңышты ваҡытында йыйып ҡалырға, бер минутты ла бушҡа сарыф итмәҫкә тырыша. Улар иртәнге ысыҡ кипкәндән һуң эшкә төшә һәм ҡояштың һуңғы нурҙарына тиклем тигәндәй баҫыуҙа. “Урожай” йәмғиәтенең баш агрономы Рәил Мөхәмәтйәновтың әйтеүенсә, комбайнерҙар Рәшит Яҡупов (Акрос “Т-500”), Ким Ғәлиәхмәтов (“Акрос-585”), Нәзир Ғайсин (“Полесье-GS-12”), Илнур Фәхретдинов, Закир Иҫәнғәлин, Раян Суфиянов (“Дон-1500” комбайндарында) баҫыуҙарҙағы уңышты яҡын арала йыып алырға иҫәп тота.
– Былтыр, ямғырҙар күп яуыу сәбәпле, уңышты йыйыуы бик ауырға тура килде. Быйыл барыһы ла яҡшы булһын инде, – ти сығышы менән райондың Бурлы ауылынан булған комбайнер Рәшит Яҡупов. Уның ауыл хужалығы тармағында эшләүенә ярты быуытҡа яҡын ваҡыт уҙған: яҙын ул – тракторҙа, көҙөн комбайнда баҫыуҙарҙы иңләй.
29 йыл агроном булы эшләгән Рәил Мөхәмәтйәнов – сығышы менән Ғафури районының Үзбәк ауылынан. Ул тыуған яғына эшкә – Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын, Башҡортостан дәүләт аграр университетыны тамамлағандан һуң килгән. Уның әйтеүенсә, быйыл июнь ямғырҙары бик урынлы булған, ярауай бойҙай матур үҫкән, мул уңыш көтәләр. Хәҙер комбайн артынан сабылған башаҡтар матур һыҙат булып ҡала.
“Восход-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ла комбайн тауыштары тынмай. Комбайнер Илфат Ғәлихмәтов иң тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төшкән. Әле алты комбайн – биш “Акрос-595” һәм бер “Fend” – баҫыуҙа эшләй.
– Әлегә һәр гектарҙан уңыш 50-гә яҡын центнер тәшкил итә һәм, һауа шарттары яҡшы булһа, уны ваҡытында йыйып алырбыҙ, тип өмөт итәбеҙ, – ти хужалыҡтың баш агрономы Вячеслав Кириллов та.
Әйткәндәй, “Восход-СТ” йәмғиәтенең төп эш йүнәлеше – ҡошсолоҡ, йомортҡа етештереү. “Урожай” хужалығы тағы малсылыҡ менә шөғөлләнә. Әлегә ике хужалыҡтың да төп маҡсаты – мул уңышты ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу.
Быйыл Ғафури районы игенселәренә 3322 гектар ерҙәге ужым культураларын, шул иҫәптән 2766 гектар ерҙән ужым бойҙайын, 470 гектар ерҙән – ужым арышын һәм 86 гектар ерҙән тритикале йыйып алыу бурысы бар.
Айһылыу НИЗАМОВА.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: “Урожай” хужалығы комбайнерҙары Рәшит Яҡупов, Закир Иҫәнғәлин, Ким Ғәлиәхмәтовы, Илнур Фәхретдинов, водитель Камил Сәйғафаров һәм янғын һүндереүсе Рим Басиров (һулдан уңға); “Восход-СТ” хужалығы баш агрономы Вячеслав Кириллов, комбайнерҙар Мансаф Зәйнетдинов һәм Илфат Ғәлиәхмәтов (һулдан уңға); комбайндар баҫыуҙарҙы иңләй.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Ғафури районы.