Иҡтисад
1 Август 2025, 16:15

Радий Хәбиров “Ласточка” поезына старт бирҙе

 "Беҙ Башҡортостан Республикаһын һәм Силәбе өлкәһен бер-береһенә яҡынайтабыҙ".

Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙеРадий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка” поезына старт бирҙе

Радий Хәбиров “Ласточка” поезына старт бирҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дим станцияһында транспорт-күсереү узелын асыуҙа һәм Өфө менән Силәбе араһында беренсе төбәк-ара ҡала яны маршрутын ебәреүҙә ҡатнашты.  

Даими рейстарҙы заманса электропоездар  – биш һәм алты вагонлы “Ласточка”лар башҡарасаҡ. Дим станцияһынан улар йома, шәмбе һәм йәкшәмбелә 13:25 сәғәттә ҡуҙғаласаҡ һәм шул уҡ көндә Силәбегә 23:05 сәғәттә килеп етәсәк. Кире йүнәлештә Силәбенән шәмбе, йәкшәмбе һәм дүшәмбелә 6:04 сәғәттә ҡуҙғала һәм Өфөгә 15:36 сәғәттә килеп етә. Юлдағы ваҡыт туғыҙ сәғәт тирәһе тәшкил итәсәк.

“Ласточка” салоны кондиционер системаһы менән йыһазландырылған, вагондарҙа – уңайлы креслолар һәм өҫтәлдәр, гаджеттарҙы зарядкалау өсөн розеткалар бар. Аҙ хәрәкәтләнеүсе пассажирҙарҙы ташыу өсөн дә поезд яраҡлаштырылған.

Башҡортостан Башлығы сәләмләү һүҙендә республиканың Куйбышев тимер юлы менән берҙәм эш алып барыуын билдәләне.

–Яңы маршруттар барлыҡҡа килә, республикаға яңы поездар килә – беҙ ҡала яны йүнәлештәрендә тимер юл составтарының ҙур ғына өлөшөн алыштырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Куйбышев тимер юлы етәкселегенә хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.

–Силәбегә алыҫҡа юл тотоусы поездар менән барып етергә мөмкин, әммә ҡала яны маршруты бик уңайлы һәм арзан, ташламалар һәм льготалар бар. Шулай итеп, беҙ Башҡортостан Республикаһын һәм Силәбе өлкәһен бер-береһенә яҡынайтабыҙ. Планда – ошондай уҡ поездарҙы Һамар һәм Магнитогорск ҡалаларына ебәреү, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка”  поезына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Ласточка” поезына старт бирҙе
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас