Иҡтисад
4 Август 2025, 17:40

Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ бар

Бөгөн Благовещенға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров идара рәйесе, «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Михаил Карисалов менән Благовещен күп профилле профессиональ колледжында булды.

Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ барҺөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ бар
Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ бар

Бөгөн, 4 августа, Благовещенға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров идара рәйесе, «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Михаил Карисалов менән Благовещен күп профилле профессиональ колледжында булды.

Уҡыу йортонда 680-дән ашыу студент белем ала. Бында ашнаҡсы-кондитерҙар, иретеп йәбештереүселәр, башланғыс класс педагогтары, машиналар эшләү һәм химия сәнәғәте өлкәһендә технологтар, IT-белгестәр әҙерләнә. Колледжды тамамлаусыларҙың 60 проценттан ашыуы һөнәр буйынса эшкә урынлаша. Уларҙың күбеһе Благовещен предприятиеларында эшләй.

Колледж директоры урынбаҫары Ләйсән Ушиярова колледждың инфраструктураһы тураһында һөйләне. Ул дөйөм майҙаны 7,8 мең квадрат метрҙан ашыу булған уҡыу корпусын үҙ эсенә ала, унда оҫтаханалар һәм лабораториялар, спорт залы, тамаша залы, китапхана, уҡыу кулинар һәм кондитер цехтары, шулай уҡ ятаҡ бар.

2024 йылда "СИБУР" ярҙамында колледжда уҡыу кабинеттары, дөйөм фойе, химия һөнәрҙәре студенттары уҡыған оҫтахана ремонтланған, лаборатория тулыһынса реконструкцияланған һәм тулыландырылған.

Шулай уҡ белем биреү учреждениеһы компания ярҙамында матди-техник базаны яңыртыуға һәм тулыландырыуға республика Хөкүмәтенең 30 миллион һум күләмендәге грантын отҡан.

Ләйсән Ушиярова 2024 йылдан белем биреү программаларының ғәмәли һәм практик йүнәлешле компетенцияларға йүнәлтелеүен билдәләне. «Полиэф» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ("СИБУР"-ға инә) студенттар менән «Органик матдәләрҙең химик технологияһы» һөнәре буйынса дәрестәр үткәрә.

 –  Бөгөн ПОЛИЭФ командаһы хеҙмәткәрҙәренең өстән ике өлөшө тиерлек – Благовещен халҡы. Территория һәм компания күҙлегенән СИБУР кешеләргә, ҡиммәтле ресурс булараҡ, яуаплы ҡарай. Беҙ йәштәрҙе үҫтереү өсөн комплекслы шарттар булдырыуҙы үҙ бурысыбыҙ итеп күрәбеҙ, шул иҫәптән белем биреү сифатын күтәреүгә, уҡытыу һәм һөнәри үҫеш системалары араһында үҙ-ара бәйләнештәр булдырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, - тине Михаил Карисалов.

Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы республиканың уҡыу йортона ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәген билдәләне.

- СИБУР-ҙың генераль директоры Михаил Карисалов менән Благовещен күп профилле профессиональ колледжының матди базаһын артабан нығытыу тураһында килештек. Күп ғәмәлдәр башҡарыла, әммә алда ла эштәр күп. «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» программаһында ҡатнашыуға берлектәге ғариза бирәсәкбеҙ. Башҡа объекттар буйынса ла пландар бар, – тине Радий Хәбиров. - Эшебеҙҙең ыңғай һөҙөмтә биреүе мөһим. Йәштәрҙең күбеһе үҙ тормошон Благовещен ҡалаһы менән бәйләргә ҡарар итә, урындағы предприятиеларҙа эшләй, бында ғаилә ҡора. Был – иң мөһиме.

Эшлекле осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм идара рәйесе, СИБУР компанияһының генераль директоры Михаил Карисалов компанияның республика менән хеҙмәттәшлек итеүен, шулай уҡ буласаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.

Төбәк етәксеһе СИБУР холдингының идара итеү командаһына берлектәге һөҙөмтәле эше, шул иҫәптән «ПОЛИЭФ» акционерҙар йәмғиәтенең етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү һәм икенсел сеймал эшкәртеүгә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: glavarb.ru

 

Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ бар
Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ бар
Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ бар
Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ бар
Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ бар
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас