

Республикабыҙға федераль ҡаҙнанан инфраструктура кредиты бирелеүе айҡанлы фекерен ишетергә теләп, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Рөстәм АХУНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Иҡтисад белгесе булараҡ, ул был финанслауҙың бик яҡшы мөмкинлек икәненә шикләнмәй.
– Башҡортостандың 2025 йылға федераль бюджетта ҡаралған яңы төр кредитлауға ярашлы 8,5 миллиард һум күләмендә ярҙам алыуы баш ҡалабыҙ Өфө аръяғы биләмәһен һыу менән тәьмин итергә һәм һыуҙы кире ағыҙыу селтәрҙәре булдырырға мөмкинлек бирә. Шуға ярашлы, Өфө аръяғы биләмәһендә һигеҙ инфраструктура объектын төҙөү финанслана. Улар Өфө аръяғы биләмәһендә яҡшы шарттар булдырырға, яңы торлаҡ төҙөргә мөмкинлек бирер.
Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәүҙең ҡатмарлы шарттарында 15 йылға тиклем бирелгән ҡаҙна инфраструктура кредитын алыу – федераль үҙәктең республикаға ҙур ярҙамы, тип иҫәпләйем.
Хәҙер инде беҙҙең бурыс – хупланған инфраструктура проекттарын уңышлы һәм билдәләнгән ваҡытта тормошҡа ашырыу, – тине Рөстәм Ринат улы.
Фото: Р. Ахуновтың шәхси архивынан.