Иҡтисад
7 Август 2025, 14:35

Радий Хәбиров Салауат хакимиәте башлығы менән осрашты

7 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Көн ҡаҙағында – МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам, муниципалитеттың социаль-иҡтисади хәле.

Марат Заһиҙуллин төбәк етәксеһенә ҡаланың үҫеше, шул иҫәптән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, социаль объекттар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, юл селтәрен яңыртыу хаҡында һөйләне.

Салауат хакимиәте башлығы Радий Хәбировҡа Башҡортостан етәкселегенең ҡалаға күрһәткән иғтибары өсөн рәхмәт әйтте.

 - Күп мәсьәләләрҙе республика ярҙамынан тыш хәл итеп булмай. Беҙ һәр яҡлап ярҙам алабыҙ, бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ, – тине Марат Заһиҙуллин журналистар менән әңгәмәлә.

Мәғлүмәт һәм фото:https://glavarb.ru/ru/news/event/rabochaya-vstrecha-s-glavoy-administracii-salavata-maratom-zagidullinym-80910/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас