Иҡтисад
7 Августа 2025, 06:45

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районында рәсми рәүештә теркәлде

Йәмғиәт етәкселеге район халҡын ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса ҡабул итергә әҙер. Предприятие офисы Асҡар ауылындағы почта бинаһында урынлашҡан.

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районында рәсми рәүештә теркәлде"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районында рәсми рәүештә теркәлде
"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районында рәсми рәүештә теркәлде

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә.

Әлеге ваҡытта компания, ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланыу тураһындағы ҡануниәтте ҡәтғи үтәп, дәүләт органдары, Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы башланғысы буйынса ойошторолған Күҙәтеү йәмәғәт советы контролендә алдан күҙаллау участкаһында геологик разведка алып бара. "Салауат" ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев әйтеүенсә, өлгөләрҙе алыу һәм скважиналарҙы рекультивациялауҙы йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләнәләр.

Ошо көндәрҙә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил район биләмәһендә рәсми рәүештә теркәлеү үтте.

— Был ваҡиға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: предприятие урындағы бюджетҡа һалым түләүҙәрен күсерә башлаясаҡ, был муниципаль проекттарҙы финанслауға һәм инфраструктура объекттарын яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Район халҡы өсөн был тормош сифатын күтәреү һәм урындағы иҡтисадты үҫтереү өсөн өҫтәмә ресурс буласағына ышанысым ҙур, — ти район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев.

“Салауат” ЯСЙ-һы етәкселеге район халҡын ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса ҡабул итергә әҙер. Предприятие офисы Асҡар ауылындағы почта бинаһында урынлашҡан.

Фото: "Осҡон".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас