

Салауатта республикала өсөнсө сәнәғәт предприятиеларының Директорҙар советы ойошторолдо. Директорҙар советы составына федераль һәм төбәк масштабындағы предприятиелар инде.
Директорҙар советы рәйесе итеп “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Евгений Леонидович Семенько һайланды. Директорҙар советы рәйесе урынбаҫарҙары итеп “Салауатбыяла” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Алексеевич Агуреев һәм “Ремонт-механика заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Ринат улы Сәмиғуллин раҫланды.
Салауат предприятиеларының Директорҙар советы - ҡала хакимиәте, төрлө милек формаһындағы предприятиелар һәм ойошмалар араһында үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү өсөн булдырылған коллегиаль кәңәшмә органы. Уның төп бурысы – Салауаттың комплекслы социаль-иҡтисади үҫешенә, сәнәғәт потенциалын нығытыуға һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итеү.
Директорҙар советының төп бурыстары – социаль-иҡтисади үҫеш, сәнәғәтте нығытыу һәм урындағы етештереүселәргә ярҙам итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, дөйөм ҡала башланғыстарына ярҙам итеү, предприятиеларҙы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, объекттарҙы ремонтлауға һәм тергеҙеүгә йәлеп итеү, предприятиелар һәм власть араһында үҙ-ара эш итеүҙең өҫтөнлөктәрен билдәләү һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү, сәнәғәт комплексын үҫтереү программаларын әҙерләүҙә ҡатнашыу, дөйөм ҡала сараларын ойоштороу, социаль партнерлыҡты һәм меценатлыҡты үҫтереү.
Киләһе ултырыш 2025 йылдың дүртенсе кварталына планлаштырылған.