Иҡтисад
9 Август 2025, 07:30

Андрей Назаров - пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә

Сколково инновация үҙәге биләмәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виталий Савельев етәкселегендә пилотһыҙ авиация системалары (БАС) тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмә булды.

Андрей Назаров - пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмәләАндрей Назаров - пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә
Андрей Назаров - пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә

Сколково инновация үҙәге биләмәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виталий Савельев етәкселегендә пилотһыҙ авиация системалары (БАС) тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмә булды.

Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты һәм сәнәғәттә, тау рудаһы индустрияһында БАС ҡулланыу практикаһы тураһында ентекләп һөйләне.  

Виталий Савельев бер майҙансыҡта юғары технологиялы тармаҡ вәкилдәрен актуаль мәсьәләләрҙе тикшереү һәм берҙәм ҡарарға килеү өсөн бындай сараларҙың әһәмиәтен билдәләне. Ҡатнашыусылар төбәктәрҙә пилотһыҙ авиация системаларын төрлө тармаҡтарҙа (ауыл хужалығы, ташыу, мониторог эшмәкәрлеге) ғәмәлдә уңышлы ҡулланылыуын тикшерҙе.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары уңышлы миҫалдарҙы башҡа төбәктәргә таратыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ тармаҡты көйләү мәсьәләләренә ентекле туҡталды.

Андрей Назаров үҙенең сығышында төбәктең тәүгеләрҙән булып БПЛА-ны файҙаланыу өлкәһендә эксперименталь хоҡуҡи тәртип булдырыуын билдәләне.

- Беҙҙә “Пилотһыҙ берләштерелгән технологиялар” идара итеү компанияһы булдырылған. Ул Ғилми-производство үҙәгенең һынауҙар һәм компетенциялар эшмәкәрлеген координациялай. 20 предприятие үҙәк резиденты статусын алды ла инде. Мәҫәлән, “Уфимец” ғилми-етештереү берекмәһе биш төр электр двигателе, fpv-дрондар һәм ауыр коптерлы “пилотһыҙ аппараттар” сығара. “Катран” пилотһыҙ вертолеты өсөн поршенлы двигателдәр сығарыуҙы ойоштороу тикшерелә, – тип өҫтәне Андрей Назаров.

Башҡортостандың Ғилми-производство үҙәгенең һынауҙар һәм компетенциялар резидент-предприятиелары 5 меңдән ашыу БПЛА һәм улар өсөн 200 меңдән ашыу электр двигателе етештергән. Республика минераль-сеймалға бай. Бында 300 миллиард һумдан ашыуға ете ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, шуға бәйле карьерҙар торошон һәм экологик хәлде күҙәтеү, маркшейдер төшөрөү, предприятиелар периметрын контролдә тотоу хеҙмәттәренә һорау арта. 

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, БПЛА-лар Башҡортостанда мәғдән һәм мәғдән булмаған карьерҙарҙы күҙәтеү өсөн йыш ҡулланыла, улар республикала 300-гә яҡын берәмек иҫәпләнә. Тикшереү ваҡытын һәм йәлеп ителгән персоналды кәметеү иҫәбенә аҡсаны экономиялау формалаша. Предприятиелар мәғлүмәттәре буйынса, бер карьер өсөн генә һөҙөмтә 1,5 миллион һумға етә.

 - Баһалау буйынса, 2030 йылға республикала тау-мәғдән сәнәғәте өсөн бындай хеҙмәттәр баҙарының йыллыҡ әйләнеше миллиард һумдан ашып китәсәк. Беҙҙең төбәк пилотһыҙ авиация системалары операторы хәҙер был өлкәлә комплекслы проект төҙөй. Власть органдары менән бер рәттән уға Рәсәйҙең эре нефть һәм тау-байыҡтырыу компаниялары араһынан потенциаль заказсыларҙы йәлеп итәбеҙ, - тине Андрей Назаров.

Доклад аҙағында Башҡортостан Премьер-министры, БАС-ты артабан ҡулланыуҙы арттырыу уларҙың хеҙмәттәре һөҙөмтәләрен ҡулланыу ҡатмарлылығы менән тотҡарлана, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. БПЛА-нан алынған мәғлүмәттәрҙе яраштырыуҙың административ процедураһын ябайлаштырыу мөмкинлеген ҡарарға, етештереүселәргә БАС-ты эшләүгә, шулай уҡ уларҙы предприятиелар эшмәкәрлегенә индереү өсөн тейешле сығымдарҙы компенсациялауҙы стимуллаштырырға кәрәк.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары уңышлы миҫалдарҙы башҡа төбәктәргә таратыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ тармаҡты көйләү мәсьәләләренә ентекле туҡталды.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/27268/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас