

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Патрикеев” эшлеклеләр үҙәгендә өс көн барған “Торбалар саҡыра” мультифорумы эшен тамамланы.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан сода компанияһы, “Росхим” акционерҙар йәмғиәте, “Көмөш еп” милли корпоратив медиа компанияһы.
Форумдың тәүге көнөндә ҡунаҡтар Стәрлетамаҡ буйлап экскурсияла йөрөнө, уның тарихы архитектураһы, Еңеү майҙаны, 170-се уҡсылар дивизияһы һәм Хәрби техника музейҙары менән танышты.
Икенсе көндө “Көмөш еп” компанияһы конкурсының иң яҡшы пиар-проекттары ҡаралды. Төштән һуң “Сәнәғәт туризмы” пленар сессияһын үткәрҙеләр.
“Стәрлетамаҡта ваҡиғалар туризмы йылдан-йыл үҫешә бара, мәҫәлән, иртәгә “Сауҙагәр 2.0” фестивале асыласаҡ. Әммә Сәтрлетамаҡ – сәнәғәт ҡалаһы ла. Ҡайһы бер ҡала предприяиелары үҙ майҙансыҡтарында сәнәғәт туризмын үҫтерә башланы ла инде, ул ошо коллективтарға йәштәрҙе йәлеп итеүгә лә, инвестиция яғынан ылыҡтырғыс кимәлде күтәреүгә лә килтерә”, – тине “БСК” акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры Александр Пименов.
Рәсәйҙәге сәнәғәт туризмының экосистемаһы һәм “Асыҡ сәнәғәт” программаһы тураһында “Бизнес-коммуникациялар агентлығы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Сергей Рыжов һөйләне. ВЦИОМ үҙәге үткәргән һорау алыу күрһәтеүенсә, Рәсәйҙәге халыҡтың 55 проценты төрлө төбәктәрҙәге етештереү преприятиелары менән танышырға, цехтарын ҡарарға теләй. «Промтуризм. Практикум» белем проектының баш методологы Рәсәйҙә сәнәғәт туризмының иң яҡшы ғәмәлдәрен миҫалға килтерҙе.
Өсөнсө көндә форум “Сәнәғәт журналистикаһы” сессияһы менән дауам итте. Унда киң мәғлүмәт сараларының химия тармағы һәм сәнәғәт төбәктәре образын тыуҙырыуҙағы роле тураһында аңлаттылар. “Химия һәм тормош” журналының баш мөхәррире Любовь Стрельникованың лекцияһы “Народ vs химпром” тигән ҡырҡыу темаға арналғайны. Ул бөгөн кешеләрҙең химияға һәм химик тармаҡҡа ҡарашы, был тармаҡтарға ҡаршы булыуҙы аңлатҡан “хемофобия”ның ҡайҙан барлыҡҡа килеүе һәм йәштәрҙең ни өсөн ошо тармаҡтарға кире мөнәсәбәттә булыуы тураһында ентекләп аңлатты. Спикер химияға ҡарашты ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһындағы тәҡдимдәрен дә бирҙе.
Артабан “АПУМ” маркетинг агентлығы етәксеһе һәм Плеханов университеты уҡытыусыһы Анна Иоспа “Сағыу мәғлүмәт һылтанмалары тыуҙырырға өйрәнәбеҙ” тигән оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Химия пиарщиктары гильдияһы рәйесе Татьяна Петрованың сығышы фәнни эшләнешле технологияларҙы алға ебәреүҙә социаль-эмоциональ маркетингты ҡулланыу алымдарына арналғайны. Лекцияһы тамамланғас, ул залда ултырыусылар араһында ғәҙәти ваҡиғаларҙы сағыу һәм ылыҡтырғыс яңылыҡтарға әйләндереү буйынса интерактив уйын үткәрҙе.
Мультифорумдың был эш көнө РБК-Өфө телеканалының баш мөхәррире Рауил Ватолиндың “Сәнәғәт, матбуғат һәм креатив индустрия синергияһының көсө” тигән сессияһы менән тамамланды. Унда журналистар һәм блогерҙарҙың сәнәғәт төбәге образын нисек тыуҙырыуы, компаниялар абруйына нисек йоғонто яһауы тураһында аңлатылды.
Сара тамамланғас, форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ҡала үҙәгендә үткәрелгән “Сауҙагәр 2.0” фестивалендә булды.
Автор фотолары.