Иҡтисад
11 Августа 2025, 18:50

Федераль гранттар - үҫеш нигеҙе

Өс йыл эсендә Башҡортостанда дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумға яҡын булған 403 проект федераль грант ярҙамы алды. 

Федераль гранттар - үҫеш нигеҙеФедераль гранттар - үҫеш нигеҙе
Федераль гранттар - үҫеш нигеҙе

Башҡортостан йыл һайын “Студент стартапы” федераль конкурсы сиктәрендә хупланған ғаризалар һаны буйынса Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инә. 2024 йылда республиканан был конкурсҡа 418 ғариза бирелгән, 126 проект хупланған. 2025 йылда конкурсҡа 800-гә яҡын ғариза бирелгән, был күрһәткес буйынса төбәк илдә өсөнсө урынды биләй.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәр яңғыраны.

Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге 2021 йылда булдырылды, тип билдәләне Премьер-министр. Үҙәктең бурысы – төбәктә предприятиеларҙың һәм стартаптарҙың инновацион проекттарын үҫтереүгә ярҙам итеү.

Үҙәк инновацион проекттар менән идеяның барлыҡҡа килеүенән һәм уны тормошҡа ашырыуҙан алып инновацион продуктты баҙарға сығарыуға тиклем бөтә стадияларҙа ла эш алып бара. Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды, Инжинирингҡа һәм инновацияларға ярҙам итеү үҙәге, Сколково фонды һәм Ломоносов исемендәге МДУ-ның Фәнни паркы менән үҙ-ара эш итеүҙә федераль һәм төбәк ярҙам сараларын интеграциялауҙы тәьмин итә.

Һөҙөмтәлә өс йыл эсендә (2022-2024 йылдар) республикала дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумға яҡын булған 403 проект федераль грант ярҙамы алды.

Башҡортостан Республикаһында Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәгенең эш йүнәлештәре һәм киләсәккә бурыстар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән ойошма директоры Руслан Шәймөхәмәтов таныштырҙы.

Ул 2024 йылдағы эш йомғаҡтары буйынса үҙәк инновацион проекттарҙы үҫтереүгә 381 миллион һум күләмендә федераль финанслау средстволары йәлеп ителеүен, 143 проектҡа ярҙам күрһәтелеүен хәбәр итте. 2025 йылдың беренсе яртыһында федераль грант конкурстарына 875 ғариза ебәрелгән.

– Федераль бюджеттан йәлеп ителгән грант средстволарының күп өлөшө белгестәрҙең эш хаҡына һәм юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Шулай итеп, уңайлы инвестиция йәлеп итеү мөхитенән тыш, профессиональ юғары технологиялы йүнәлештең үҫеше менән бер рәттән, урындағы һәм төбәк кимәлендәге бюджеттар ҙа тулылана. Төбәк инновацияларҙы үҫтереүгә тотонолған һәр һумға республика компаниялары үҙ проекттарына 30 һум грант инвестициялары йәлеп итә, шуларҙың 5 һумы һалым рәүешендә бюджетҡа кире ҡайтарыла, – тип һөйләне Руслан Шәймөхәмәтов.

Үҙәк директоры шулай уҡ 2023 йылдан Рәсәй Хөкүмәтенең федераль ярҙам сараларына һәм корпорациялар һатып алыуға инеүҙе ябайлаштырыу тураһында ҡарары ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрҙө. Башҡортостан Республикаһында Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре инновацион компанияларға бәләкәй технологик компаниялар статусын алыуҙа, атап әйткәндә, интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итә. 2024 йыл аҙағына Башҡортостанда бындай статус менән 58 компания иҫәпләнә (хәҙер улар 79).

- Инновацион мөхитте һөҙөмтәле үҫтереү өсөн федераль ярҙам сараларын әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк. Үҫеш институттары менән партнерлыҡты нығытыу, проекттарҙы идеянан алып уларҙы тормошҡа ашырыуға тиклем системалы оҙатыуҙы тәьмин итеү мөһим, – тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас