Иҡтисад
14 Август 2025, 05:15

Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?

Эшләйем тигән кешегә ауыл ерендә эш етерлек. Ҡош-ҡорт үрсетергә лә була.

Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?
Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?

Эшләйем тигән кешегә ауыл ерендә эш етерлек. Үҙ эшеңде асырға, бизнес менән шөғөлләнергә  мөмкин, тик иренмә генә.

Ҡошсолоҡ тармағын һайлап, үҙ эшен асҡандар һаны йыл һайын арта бара. Бының өсөн ныҡышмаллыҡ һәм “тимер” нервы кәрәк, ти эшҡыуарҙар. Сейәле Әтәс ауылында йәшәгән һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнгән  Флүсә һәм Олег Максимовтар тап шулай уйлай.

Ғаилә 2019 йылда Татарстандың Мөслим районынан  күсеп килә. Унда  эшҡыуарҙарҙың ике корпуслы ҡошсолоҡ фермаһы була, улар Илеш районында эштәрен тағы  ла киңәйтеү уйы менән төпләнә.   

Олег Сергеевич Сейәле Әтәстә ҙур объект таба, һатып алғас, биналарҙы ремонтлай, йыһазландыра. Күп тә үтмәй, һигеҙ корпустың дүртеһен эшкә ҡушалар. Эшҡыуарҙар йомортҡа һала торған тауыҡтар һәм бройлер себештәр һатып ала.

Эшҡыуарлыҡ тәү сиратта ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ  талап итә. Максимовтар тап шундай сифаттары арҡаһында ауырлыҡтарҙы еңеп сыға ла инде. Беҙ уларға яңы проекттарын һәм идеяларын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Маяҡ" гәзите. 

 

 

Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?
Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?
Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?
Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?
Тауыҡ ите һәм йомортҡаһы кәрәкме?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас