

Федераль һалым хеҙмәтенең яңыртылған мәғлүмәттәренә ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылдың 10 июненә ҡарата республикала 147,2 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткесенән 4,5 процентҡа юғарыраҡ.Башҡортостанда үҫеш темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ – илдә был 3,2 процент, шулай уҡ Волга буйы федераль округы буйынса — 3,9 процент.
Әйткәндәй, төбәктә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү экосистемаһы булдырылған һәм үҫешен дауам итә, ул үҙ эсенә башҡарма власть органдарын, ярҙам институттарын һәм йәмәғәт ойошмаларын ала. Республика Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 17 февралендә үткән оператив кәңәшмәлә: “Бөтә мөһим күрһәткестәр ҙә әһәмиәтле, улар беҙҙең өсөн ыңғай. Әммә эшҡыуарҙарҙың йәшәйешен яҡшыраҡ аңлау өсөн осрашыуҙар үткәрәсәкбеҙ, тип килештек. Һеҙҙең министрлыҡ бында төп администратор булып тора, шуға күрә администрация һәм Хөкүмәт аппараты менән берлектә әҙерләнегеҙ" - тип Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы вәкилдәренә, район һәм ҡала башлыҡтарына белдергән ине.
Һандарға күҙ алғанда, 2024 йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны яҡынса 142 мең тәшкил иткән, был 2023 йылға ҡарағанда 4,3 процентҡа күберәк.
Үҙмәшғүл граждандар ҙа тотороҡло үҫеш күрһәтә. 2025 йылдың 31 майына уларҙың һаны 296,3 мең кеше тәшкил иткән, был 2024 йылғы күрһәткестән 12,7 процентҡа күберәк.
Башҡортостан - социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса лидер
Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Рәсәйҙә лидер булып тора – 2024 йылға 618 берәмек теркәлгән. 2021 йылдан 2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү проекттарына дөйөм алғанда 203 миллион һумлыҡ 433 грант бүлгән. Төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторында 593,3 мең кеше эшләй, был милли проект маҡсатынан 20 процентҡа юғарыраҡ. Республиканың берләштерелгән бюджетына һалым кереме 22 миллиард һум тәшкил иткән.
Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып ҡала. 2025 йылдың 10 июненә ҡарата беҙҙә 608 социаль эшҡыуар иҫәпләнә, Рәсәй буйынса 2-се урындабыҙ. Былтыр Өфөлә социаль эшҡыуарлыҡта иң алдынғы тәжрибәләрҙе популярлаштырыу буйынса төбәк-ара форум үтте. Бындай саралар ҙур тиҙлек менән алға сапҡан заманда, бөтә социаль эшҡыуарҙарҙы бер усҡа туплап, яңы бурыстарҙы, йүнәлештәрҙе күрергә һәм билдәләргә ярҙам итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: социаль эшҡыуарлыҡ инвалидтарҙың мәшғүллеген хәл итеү, уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү өсөн әһәмиәтле инструмент булып тора.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелә?
Республикала 2019 йылдан алып бизнес-шәрифтәр институты уңышлы эшләп килә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылды. Улар муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫары кимәлендәге статус биләй.
Бөгөн тормошобоҙҙо йүнселлектән айырып ҡарап мөмкин түгел. Ниндәй генә өлкәне алма, ҡайҙа ғына барма, хатта һаулыҡ һаҡлау, белем биреү өлкәһе лә бизнес менән бәйле. Ҙур үҫеш бәләкәй эшҡыуарлыҡтан башланыуын яҡшы аңлай барыһы ла. Шуға күрә республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, уларҙың проекттары ҡала һәм районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. Тап һәр төбәктән уңышлы эшләгән йүнселдәрҙе табыу, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, эшҡыуарҙарға үҙ эшен асыуға ғына түгел, уны артабан алып китеү, киңәйтеү өсөн бар шарттар тыуҙырыу, төбәккә инвестор йәлеп итеү, власть һәм үҙ эшен асҡан йүнселдәр араһында хеҙмәттәшлек урынлаштырыу кеүек бурыстарҙы үтәй ҙә инде урындағы бизнес-шәрифтәр.
Республикала бизнес-шәрифтәр ярҙамында биш йыл эшләү дәүерендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген күтәреүгә йүнәлтелгән меңәрләгән сара уҙғарылған. Мәҫәлән, 2019-2024 йылдарҙа 17 меңгә яҡын "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ойошторолған. Был беҙгә 24 меңдән ашыу проектты ҡарарға һәм дөйөм 117,5 миллиард һум инвестицияға 12 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Был эш арҡаһында 28 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Бизнес-шәрифтәрҙең уртаса йәше 40-55 йәш, әммә бер нисә йүнәлештә эшләгән 27 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш һөнәр эйәләре лә бар. Хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһы тиерлек үҙҙәре лә эшҡыуарлыҡ тәжрибәһенә эйә, ә 16 кешенең үҙ эшен алып барыу тәжрибәһе ун йылдан ашыу тәшкил итә. Шуныһы мөһим: бизнес-шәрифтар араһында 40 процент ҡатын-ҡыҙ, уларҙың күбеһе иҡтисад һәм хоҡуҡ буйынса юғары белемлеләр.
Бөгөнгө көнгә 35 муниципалитет бизнес-шәрифтәрҙең төп функцияларын тик иҡтисади өлкәлә генә билдәләһә, 28 муниципалитетта хеҙмәткәрҙәр ер мәсьәләләре һәм инвестиция проекттары менән бәйле өҫтәмә бурыстарҙы ла үтәй. Төбәктең стратегик маҡсаттарына ирешеүҙә бизнес- шәрифтәрҙең роле ҙур.
Сағыштырып ҡараһаҡ, 2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә 1 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 445 миллион һумдан ашыуы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
2025 йылдың 5 айында муниципалитеттарҙа аҙна һайын «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 1278 осрашыу үткәрелгән, уларҙа 1629 проект ҡаралған. Декларацияланған инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 104 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Бизнес-шәрифтәр әле үҙҙәренең муниципалитеттарында эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүҙең яңы мөмкинлектәрен эҙләй, шулай уҡ муниципаль-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерә. Улар урындағы эшҡыуарҙар менән даими осрашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә, башланғыстарҙы хуплай. Иң әүҙем диалогтар алты ҙур ҡала округында: Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Өфө, Сибай, Нефтекамала, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районында күҙәтелә.
Мәҫәлән, Сибай ҡалаһынан Нурия Кәримоваға Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу ҙур ярҙам иткән.
Сибай эшҡыуары аяҡ кейеме өсөн ортопедик олтораҡтар эшләй башлаған. Уның профессиональ эшмәкәрлеге 2024 йылдың июлендә Өфөнөң уҡыу үҙәгендә үткән уҡыуҙан башлана, быйыл ғинуарҙа Силәбе ҡалаһында белемен артабан камиллаштыра. Нурия Кәримованың клиенттары — 1-2-се дәрәжә яҫы табанлылыҡ, үксә шпораһы һәм башҡа төрлө табан эшмәкәрлеге боҙолоуынан яфаланған кешеләр.
Шәхси ортопедик олтораҡтар спорт менән шөғөлләнгән, әүҙем тормош алып барған, быуындар һәм аяҡ мускулдары боҙолоуын теләмәгән, үҙ һаулығын хәстәрләгән кешеләргә тәҡдим ителә. Кемдең эшендә аяҡҡа көс төшә, йә иһә уңайһыҙ аяҡ кейеменә зарлана, кемдең тубығы йәки арҡаһы ауырта—шулар мөрәжәғәт итә ала. Был олтораҡтар көсөргәнеште, йәрәхәтләнеү һәм ауырыу хәүефен кәметә.
Бөгөн олтораҡ тәҡдим иткән магазиндар күп, хаҡтары ла төрлөсә. Әммә бында һәр кемдең шәхси табан үҙенсәлеген күҙ уңыгда тотоу зарур. шуға ла Нурия Кәримова тәүҙә табип-ортопедҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә, аҙаҡ иһә эшҡыуар плантограф ярҙамы менән үҙе ҡарай. Был табанға көс төшкән урынды билдәләргә ярҙам итә һәм шәхси олтораҡ эшләргә булышлыҡ бирә.
Сибайҙа Нурия Кәримованың конкуренттары юҡ. Шуға ла ул уңышлы эш алып бара. Бөгөн ул адреслы социаль ярҙам алыуҙа ҡатнашыу өсөн бизнес-план төҙөй. Был уға клиенттар базаһын киңәйтергә, етештереү күләмен арттырырға ярҙам итәсәк.
Сибайҙан йәнә бер эшҡыуар Айһылыу Иҙелбәкова ла үҙ эшен асыуға ярҙам алған.
Айһылыу Сәйфулла ҡыҙы – өс йылдан ашыу эш стажы булған тәжрибәле косметолог. Белемен даими камиллаштыра, косметология өлкәһендә курстар, тренингтар үтә, хәҙер инде тәжрибәһен башҡалар менән йомарт уртаҡлаша. Күптән түгел шәхси эшҡыуар гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәргән һәм бит тиреһен, муйынды нисек тәрбиәләүҙең күп алымдарын тәҡдим иткән.
Күптән түгел Хәйбулла районыны Аҡъяр ауылының Йәштәр йортонда Башҡортостан Республикаһында креатив индустрияларҙы үҫтереү проект сиктәрендә ижади кешеләр һәм эшҡыуарҙарҙың район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм бизнес-шериф Наил Байғусҡаров менән осрашыу үткән.
Түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолған осрашыуҙа бизнес өлкәһендә яңы мөмкинлектәр һәм креатив ҡараш тикшерелгән, районды төҙөкләндереү, туристарҙы һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү йәһәтенән яңы идеялар тәҡдим ителгән. Район эшҡыуарҙары был йүнәлештә үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлегенә ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай.
Осрашыу аҙағында республикала Креатив индустриялар көнөн билдәләү сиктәрендә шәхси эшҡыуарҙар Дарья Жукова, Илшат Игебаев, Илсиәр Иҙрисова, Алсу Байғусҡароваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылған.
Әйтергә кәрәк, апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе.
“Бөгөн беҙ Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советтың эшенә старт бирәбеҙ. Беҙҙең бурыс – был мөһим даирәнең үҫешендә яңы этапты башлау, эште тәғәйен юҫыҡҡа күсереү. Беҙ әүҙем ижади кешеләр командаһын тупланыҡ. Идеялар менән алмашасаҡбыҙ, тәғәйен проекттарҙы тикшерәсәкбеҙ”, -тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, йыл һайын Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Төбәк-ара бизнес-шәрифтәр форумы уҙа. Быйыл форум 4-5 сентябрҙә үтәсәк.
Эшҡыуарҙарға бар яҡлап ярҙам күрһәтелә
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе төп институттарҙың береһе – Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы, уның составына “Минең бизнес” үҙәге инә. “Минең бизнес” үҙәге финанс булмаған мөһим ярҙам сараларын күҙ уңында тота “Минең бизнес” үҙәгендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ярҙам итеүгә һәм уны популярлаштырыуға йүнәлтелгән киң спектр саралары тормошҡа ашырыла. Төбәктең 13 муниципалитетында уныңофистары булдырылған. 2025 йылдың июнь аҙағына “Минең бизнес”-үҙәк белгестәре республика буйынса 3349 хеҙмәт күрһәткән, 186 сара үткәргән, 21 күсмә офисҡа барыу ойошторған.
2025 йылда "Минең бизнес" үҙәге Башҡортостанда эшҡыуарҙар өсөн ете меңдән ашыу консультация үткәргән.
Әйткәндәй,Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы кимәлендә "Минең ижади бизнес үҙәгем" һәм партнерлыҡ программаһын тормошҡа ашырыу практикаһы өйрәнелә. Уңышлы тәжрибәне киңәйтеү мәсьәләһе лә ҡарала. Шулай уҡ Башҡортостандағы "Минең бизнес" үҙәгенең уңышлы тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәренә лә таратыу мәсьәләһе лә ҡарала. Ысынлап та, республикала үҙ эшен асыусыларға бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ҡала һәм район йүнселдәре өсөн “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ысын мәғәнәһендә уларға юридик, матди һәм башҡа йүнәлештәр буйынса асыҡтан-асыҡ ярҙам итеп кенә ҡалмай, тәҡдим иткән проекттарын тормошҡа асырғанса, уны артабан киңәйтергә һәм оло баҙар селтәренә алып сығырға булышлыҡ итә.
Һүрәттә- Сибай эшҡыуарҙары Нурия Кәримова һәм Айһылыу Иҙелбәкова.
Фотолар:Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте сайтынан алынды
Сергей Озерцов, Сибай ҡала округы хакимиәте башлығы
- Сибай ҡалаһында даими рәүештә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”үтеп тора. Беҙ яңы эш башлаусыларға ла, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярайһы уҡ тәжрибәһе булған йүнселдәргә лә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Ҡалабыҙҙы бар яҡлап үҫтереүгә, халыҡҡа эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән бизнес-проекттарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Тиҙҙән Сибайҙа “Урал аръяғы -2025” инвестиция форумы үтәсәк. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм сит төбәктәрҙән инвесторҙар көтөп ҡалабыҙ. Сара урындағы эшҡыуарҙар өсөн дә тәжрибә алырлыҡ майҙансыҡҡа әйләнәсәк.