Иҡтисад
18 Август 2025, 09:30

Быйыл да ямғырҙар ҡамасауламаҡсы

Августа яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһының 133 проценты яуған

Быйыл да ямғырҙар ҡамасауламаҡсыБыйыл да ямғырҙар ҡамасауламаҡсы
Быйыл да ямғырҙар ҡамасауламаҡсы

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо урып-йыйыу кампанияһына үҙ төҙәтмәләрен индерә. Август башынан төбәктә 15,4-тән 89 мм-ға тиклем яуым-төшөм яуған – был айлыҡ норманың 130 проценттан ашыуы. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Яуым-төшөмдөң республика территорияһында тигеҙ бүленмәүе күҙәтелә. Был урып-йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү эштәренең темптарына кире йоғонто яһай, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Уҙған аҙнала ни бары 32 мең гектар уңыш йыйып алынған, 104 мең тонна иген һуғып алынған. Уртаса тәүлеклек артымы 4,5 мең тонна тәшкил итә, ә мөмкинлек – 60 мең тонна.

"Синоптиктар әйтеүенсә, тағы бер аҙна һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын көтәбеҙ. Ямғырҙар арҡаһында ҡайһы бер райондарҙа ужым игендәре шытып сығыу осраҡтары ла бар. Шуға күрә аграрийҙарға яҡшы һауа торошон көтөргә ярамай. Уңыш йыйыу өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланып, бөтә булған киптереү ҡеүәттәрен файҙаланырға кәрәк", - тип белдерҙе вице-премьер.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас