

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү тикшерелде. 2019 йылдан төбәктә газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса саралар әүҙем тормошҡа ашырыла, тип билдәләне кәңәшмәне алып барған Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. Республика АГНКС һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй – улар 65.
Артабан республикала автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары (АГНКС) төҙөлөшө тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итте.
Вице-премьер билдәләүенсә, беҙҙә АГНКС һаны 65 берәмек тәшкил итә, шул иҫәптән “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 27 АГНКС-ы, 37 шәхси инвесторҙыҡы һәм “Башавтотранс” предприятиеһының бер яғыулыҡ ҡойоу пункты. 2024 йылда АГНКС-тың бығаса булмаған һаны – 13 берәмек файҙаланыуға тапшырылған. Рәсәй Энергетика министрлығы һәм Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы ярҙамында “Энергетиканы үҫтереү” федераль дәүләт программаһы сиктәрендә 65 АГНКС-тың 41-ен 2019 йылдан 2024 йылға тиклем төҙөлгән, ә күрһәтелгән алты йыл эсендә субсидиялар биреү өсөн йәлеп ителгән федераль һәм республика средстволарының дөйөм күләме 1,5 миллиард һумдан ашып киткән.
Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, Башҡортостан – илдә газ тултырыу инфраструктураһын үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе. Ағымдағы йылда үткән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде, уға ярашлы 2024 йыл йомғаҡтары буйынса республика газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүҙең комплекслы күрһәткесе буйынса өсөнсө урын алды һәм “Йыл рекордсыһы” номинацияһында еңеү яуланы.
– АГНКС-та компрессияланған тәбиғи газды һатыу күләме буйынса 2022 йылда тарихта тәүге тапҡыр 50 миллион кубометрҙан ашып китә, был ҡулланыуҙың иң юғары нөктәһе булып тора. 2023 һәм 2024 йылдарҙа һатыу күләменең кәмеүе, Рәсәй Федерацияһында 18 процентҡа кәмеүе теркәлгән. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығына транспорт сараларын тәбиғи ҡыҫылған газға үҙгәртеп ҡороу һәм “Газпром”дың маркетинг программалары буйынса әүҙемерәк эш ойошторорға кәрәк, – тине Александр Шельдяев.
2025 йылда республикала транспорт сараларын ҡайтанан йыһазландырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 324 миллион һум күләмендә бюджет ассигнованиелары ҡаралған. Был туғыҙ яңы АГНКС төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.
Андрей Назаров республикала газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен арттырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул министрлыҡҡа муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән берлектә газ тултырыу инфраструктураһын киңәйтергә ҡушты. Шулай уҡ Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына транспорт сараларын тәбиғи ҡыҫылған газға үҙгәртеп ҡороу һәм “Газпром”дың маркетинг программалары буйынса интенсив эш ойошторорға кәрәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.