Иҡтисад
20 Август 2025, 06:45

Алдынғы булып танылыу ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә

Күптән түгел булып уҙған Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында газ, мотор яғыулығы баҙары буйынса рейтингта Башҡортостандың өсөнсө урынды алыуы уның алдынғы һәм заманса эш иткән төбәк булыуын донъя кимәлендә танытты.

Алдынғы булып танылыу ҙур яуаплылыҡ йөкмәтәАлдынғы булып танылыу ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә
Алдынғы булып танылыу ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә

Был ҙур уңыш республиканың иҡтисади киләсәгендә ниндәй сағылыш табасаҡ, ошо йүнәлешә артабан үҫеү өсөн ниндәй бурыстар ҡуйыла?

Яғыулыҡ тултырыу станциялары арта

– Алдынғылар исемлегенә инеү республика өсөн үҙмаҡсат түгел, шулай ҙа һәр ҡаҙаныш ҡайһы йүнәлештә һәм ниндәй саралар менән эште артабан яҡшырта барырға кәрәклеген асыҡ күрһәтә, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Мотор өсөн газ яғыулығын алып ҡарағанда, ул комплекслы күрһәткес булып тора: күләм, таралыу киңлеге, был яғыулыҡты файҙаланған автомобилдәр һаны, республика властарының транспорт сараларын газ яғыулығына үҙгәртеп ҡороу өсөн күргән саралары, газ яғыулығы буйынса инфраструктура һәм башҡалар.

Был йүнәлешкә, йәғни автомобилдәр өсөн газ яғыулығы етештереүгә һәм яғыулыҡ ҡойоу станциялары булдырыуға республикала 2019 йылдан алып 1,5 миллирд һум федераль аҡса тотонолған. Башҡортостанда хәҙер ошо төр яғыулыҡ буйынса 65 станция эшләй. Уларҙы ҡорған саҡта ҙур сәнәғәт предприятиелары булған урындарҙы һайлайҙар, сөнки газ яғыулығын үҙ транспорты өсөн күберәк улар тотона. “Инвестор ҙа инфраструктураһы уңайлыраҡ булған ерҙе алырға тырыша, былай уның сығымдары ла аҙыраҡ, бөтә был тырышлыҡ өсөнсө урында яулауға килтерҙе лә инде”, – ти вице-премьер.

Республика Хөкүмәте был уңыш менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалырға йыйынмай, әлбиттә. Федераль программаға ярашлы, республика биләмәһендә быйыл тағы ла ете ошондай яғыулыҡ ҡойоу станцияһы төҙөү планлаштырыла.

Һәр тәҡдим нигеҙле, алдан уйланылған

Беҙҙең көндәлек иҡтисади тормошта күҙгә күренеп бармаған яңылыҡтар, киләсәкте уйлап эшләнгән проекттар Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы, “Иннопром-2025” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе һәм башҡа форумдарҙа асыҡ сағыла. Улар араһында Өфөлә еңел авиация, йәғни пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн моторҙар эшләүҙе айырып күрһәтергә булалыр. Был проектты республика баш ҡалаһы белгестәре Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустинға күрһәтергә йыйына. Уны Сәнәғәтте үҫтереү буйынса федераль фонд финанслаясаҡ тип күҙаллана.

Икенсе миҫал итеп Салауат ҡалаһында урынлашҡан “Газпром-нефтехим Салауат” газ-нефть комплексында суперабсорбенттар (шыйыҡлыҡты ышаныслы тотоп тороусы полимер) етештереү проектын күрһәтергә мөмкин. Ул бөтә экологик экспертизаларҙы үткән, финанслау сығанағы раҫланған. Был проекттың ҙур стенды шулай уҡ Петербург форумында күрһәтелде һәм белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Йылына – кәмендә  8000 дана

– Пилотһыҙ осоу аппараттарына килгәндә, уларҙы етештереүгә айырым иғтибар бирелә, – ти Александр Шельдяев. – Республикабыҙ етәксеһе Радий Фәрит улы беҙгә ҡуйған бурыс – йылына кәмендә һигеҙ мең дана пилотһыҙ осоу аппараты етештереү. Уларҙы йыйыу-ҡороу артыҡ ҡатмарлы түгел, әммә беҙ барлыҡ комплектлаусы өлөштәрҙе үҙебеҙҙә етештерергә тейешбеҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм алдыбыҙға шундай бурыс ҡуябыҙ.

Башҡортостан предприятиеларында дрондарҙың күп төрҙәре етештерелә башлыны. Улар араһында ауыл хужалығы өсөн агродрондар, “Башнефть” һәм “Газпром” өсөн был тармаҡ объекттарын өҫтән күҙәтергә һәм контролдә тоторға мөмкинлек биргән осоу аппараттары һәм башҡалар.

“Алға” бөгөн ни хәлдә?

Вице-премьер Александр Шельдяев билдәләүенсә, бөгөн илебеҙҙә һәм донъяла иҡтисади хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан “Алға” махсус иҡтисади зонаһы тотороҡло үҫешеүен дауам итә. Яңы предприятиелдар барлыҡҡа килә, инфраструктура ҡорола, әлегә зонала 24 инвестор эш итә, уларҙың дөйөм “портфеле” – 65 миллиард һум самаһы.

Быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына ҡараһаҡ, республиканың өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләрендә проекттары дөйөм алғанда 850 миллион һум булған һәм 126 эш урыны булдырған ете яңы компания теркәлеүен күрербеҙ. Был резиденттар Нефтекамала һәм Белоретта үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға тотондо ла инде. Яҡын киләсәктә ошо ҡалаларҙа балалар футбол клубы, ит-консерва ризыҡтары һәм һынау ҡорамалдары етештерәсәк предприятиелар, балалар өсөн абилитация һәм психик коррекция үҙәктәре, авиация-мәғариф кластеры, глэмпинг-клуб һәм автомәктәп барлыҡҡа киләсәк.

Беренсе ярты йыллыҡта резиденттар бөтәһе (йәғни элек теркәлгәндәре менән бергә) ошо биләмәләрҙе үҫтереүгә 2,5 миллиард һум тотонған һәм 600-ҙән ашыу яңы эш урыны асҡан. Преференциаль режим (төрлө ташламаларҙы үҙ эсенә алған һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр киңерәк рөхсәт ителгән шарттар) эшләгән осорҙа резиденттар республика иҡтисадына 15 миллиард һум йүнәлткән һәм 7,8 мең өҫтәмә эш урыны булдырған. Был инвестицияның иң ҙур өлөшө “Благовещен” биләмәһе резидиденттарына тура килә, әлеге көнгә ошо биләмәлә 30 резидент теркәлгән.

Әйткәндәй, Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларында  быйылғы тәүге ярты йыллыҡта асылған яңы эш урындарының күпселеге ошо өҫтөнлөк үҫеш биләмәләрендә урынлашҡан резиденттарға тура килә.

– Өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләре өсөн яҡын киләсәккә, әлбиттә, пландар ҙур һәм улар эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла бара, – ти Александр Шельдяев. – Быйылғы йыл аҙағына “Алға” зонаһында, мәҫәлән, тәүге химия предприятиеһын асыу күҙаллана. Зона үҙе лә киңәйә бара. Бында Өфө районында асыласаҡ “Добрый картон” предприятиеһын миҫал итеп килтерергә мөмкин. Йыл аҙағында махсус иҡтисади зонаны үҫтереү буйынса Күҙәтеү советының ултырышын үткәреү планлаштырыла, ул яңы предприятиены асыу менән тап килергә тейеш.

Сәнәғәт: бөтәһен дә кадрҙар хәл итә

– Был эштә төп тырышлыҡ предприятиеларға һәм уларҙың урта һөнәри белем биреү учреждениеларына, министрлыҡтарға бәйле, һуңғылары араһында беренсе сиратта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығын күһәтергә була, – ти Александр Шельдяев.

Кадрҙар әҙерләүҙе яҡшыртыу буйынса эш даими бара. Был йәһәттән предприятиеларҙың өйрәнсектәр өсөн уҡыу ҡорамалдары алыуын, уҡыу кластарын йыһазландырыуын да күрһәтергә мөмкин. Мәғариф һәм фән министрлығы һөнәри-техник  уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләү буйынса программалар әҙерләүгә етәкселек итә. Ә бөтәһе беҙҙең республикала төрлө тармаҡтар буйынса белгестәр әҙерләгән 100-ҙән ашыу колледж бар, шуларҙың 32-һе Өфөлә эшләй, уларға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә уҡырға киләләр.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең (ОДК-УМПО) алдынғы инженерлыҡ мәктәбен айырып күргәтергә була: ул - ошо предприятие базаһында “Ростех” компанияһы ойошторған етештереү-уҡыу авиация комплексы. Унда алты айҙан 10 айға тиклем уҡыу осоронда токарь, фрезлаусы, шымартыусы, слесарь, электрик, контролер, программалы станок операторҙары һәм машиналар эшләү тармағы өсөн кәрәк булған башҡа һөнәрҙәр алалар. Ошо һөнәрҙәргә электән эйә булғандары һөнәри кимәлен күтәреү мөмкинлеге лә ала.

Юғарыраҡ квалификацияға ынтылғандарҙы предприятие ике йыл да 10 айға иҫәпләнгән уҡыу программаһына – “Машиналар эшләү технологиялары”на саҡыра, ул 5-6 һөнәрҙе бер юлы үҙләштереү мөмкинлеген бирә һәм Өфө машиналар эшләү колледжы менән Өфө авиация техникумы нигеҙендә ойошторола.

Бынан тыш, берекмә белгестәре хеҙмәтте һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге, сифат менеджменты, экологик шарттарҙы күҙәтеүсе һәм башҡа күп төрлө курстарға ла йүнәлтмә ала. Уларҙың барыһында ла уҡыу түләүһеҙ, эш урыны биреү йәки уны үҙгәртеү гарантиялана.

– Һуңғы йылдарҙа кадрҙарға иғтибар арта төштө. Улар етешмәгәнгә генә түгелдер тип уйлайым, заман да үҙгәрә бит, – ти Өфө моторҙар етештереү берекмәһенең (ОДК-УМПО) инструменталь цехы табелсеһе Сәүиә Насретдинова. – Миңә, мәҫәлән, өс бала әсәһе булараҡ, отпускыны һәр саҡ йәй көнө бирәләр. Беҙҙең цехтағы бер фрезлаусы ир ҙә күп балалы ғаилә атаһы булып тора, уға ла йәй көнө ял итеү мөмкинлеге бирәләр, белеүемсә, уға ипотека кредитын түләүҙе еңеләйтеү өсөн аҡсалата ярҙам күрһәттеләр. Шифаханаларға юллама алғанда ла беҙҙең кеүектәргә ташлама яһала. Оло ҡыҙым тиҙҙән мәктәпте мамалай, уға юғары уҡыу йортона ингәндә түләү буйынса сертификат алырға ла өмөтләнәм.

Тәүҙә ярҙам, артабан – табыш көтөргә

Һуңғы биш йылда Башҡортостандың бюджет системаһынан сәнәғәт тармаҡтарына 16 миллиард һумдан ашыулыҡ ярҙам күрһәтелгән. Былтыр ғына ла сәнәғәт етештереүенә ярҙамға 4,2 миллиард һум йүнелтелгән, шуның 854,8 миллион һумын федераль ҡаҙна бүлгән.

– Ярҙам теләһә ниндәй маҡсатта һәм осраҡлы компанияларға бирелмәй, ә тәғәйен проекттарға бүленә. Былтыр, мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәтте үҫтереү һәм уның көнәркәшлеген күтәреү” дәүләт программаһына 3,3 миллиард һум бүленде, – ти республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы эксперты Тимур Докучаев. – Быйылғы 10 июнгә ҡарата ошо программаны тормошҡа ашырыуға  468 миллион һум бүленде.

Ә 2017 йылдан алып иҫәпләгәндә, белгестәр тарафынан хупланған һәм перспективалы тип танылған 206 проектҡа 60 миллиард һумға яҡын бүлеп бирелгән. Былтыр “Башҡортостан Республикаһының сәнғәтте үҫтереү фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Рәсәй технологик үҫеш фонды” менән берлектә эксперттар һәм күҙәтеүселәр советтарында 39 проектты хуплаған, уларҙың дөйөм инвестиция күләме биш миллиард һумдан ашып китә.

Дәүләт тарафынан раҫланған һәм финансланған иң ҙур проекттар түбәндәгеләр:

– Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы;

– Бәләбәй ҡалаһындағы “Автокомплект” заводы – аҫылмалы деталдәр етештереүҙе киңәйтеү;

– “Пром-Инжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – үҙәктән ҡыуҙырыусы электр насостары өсөн резина-техник әйберҙәр һәм резина ҡушылмаларын етештереүҙе яңыртыу;

– “Тератекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;

– “МЕГАның ҡорос ишектәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;

– Күмертау “Ойлтиммаш” яуаплылығы сикләнгән qәмғиәте – нефть, газ һәм һыу әҙерләү буйынса күсмә ҡоролмалар өсөн блоктар етештереүҙе яңыртыу.

“Маҡсат – ҙур күрһәткестәргә ынтылыу”

Быйыл Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 105 процент итеп күҙаллана. Ошо хаҡта сәнәғәт, энергетика һәм иновациялар министры Александр Шельдяев республика Хөкүмәтендәге сығышында әйтте һәм, уның белдереүенсә, үҙебеҙҙә етештерелгән продукция башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәт күләме өс триллион һумдан ашып китер тип көтөлә.

– Башҡортостан сәнәғәт етештереү күләмен биш процентҡа арттырыу фаразы үтә ҙур маҡсатҡа ынтылыуға ишаралай, – ти иҡтисад фәндәре кандидаты, Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының инновация һәм сәнәғәт сәйәсәтенә идара итеү кафедраһы доценты Максим Максимов. – Беренсенән, был билдәләнгән күрһәткес ярайһы уҡ юғары нигеҙҙән алып иҫәпләнәсәк, сөнки сәнәғәт етештереүе республикала былтыр уҡ биш поцентҡа етә яҙған үҫеш күрһәткәйне. Тимәк, идара итеүҙе тағы ла йоғонтолораҡ һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген тағы ла юғарыаҡ кимәлгә еткереү талап ителә. Икенсенән, Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы ил буйынса сәнәғәт тармаҡтары өсөн дөйөм күҙаллаған фараз ошо уҡ кимәлдә билдәләнгән.

Ғалим раҫлауынса, был йәһәттән дәүләт программаларына өмөт ҙур, ул предприятиеларға инновациялар һәм инвестиция эшмәкәрлеге өсөн дәүләттән тейешле финанслау алыуға шарттар тыуҙыра. “Башҡортостан биләмәһендә Рәсәй сәнәғәтенең бөгөнгө ысынбарлығында тиңе буламған бер нисә проект тормошҡа ашырыла. Уларҙың уңышлы тамамланасағына шик юҡ”, – ти ул.

Быйыл йәй Екатеринбургта уҙған “Иннопром-2025” күргәҙмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә республика стенды менән танышҡанда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин былай тигәйне: "Башҡортостан ҡеүәтле ғилми мәктәпкә эйә, унда көслө нефть химияһы, ҡеүәтле машиналар эшләү тармағы бар, шуға уның проекттары ла көслө".

ФЕКЕР

Артур ХИСАМЕТДИНОВ,

Өфө аныҡ машиналар эшләү заводының генераль директоры:

– Күптән түгел беҙҙең предприятие коллективы “Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ҡушылды. Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Төбәк компетенциялар үҙәге менән был турала килешеү төҙөлдө лә инде.

Башҡортостан Хөкүмәтене Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, проектта ҡатнашыу – токарлау һәм фрезлау эштәренән алып әҙер юғары технологиялы ҡорамалды йыйыуға тиклемге күп этаплы процестарҙы ҡулайлаштырыу  мөмкинлеге ул. Был иһә сығымдарҙы кәметергә һәм юғары технологиялы сегменттар ҡулланыу кимәлен күтәрергә ярҙам итәсәк.

Завод металды комплекслы эшкәртеүгә, ҡушымталар ҡойоп яһауға, токарь-фрезлау эштәре башҡарыуға, термик эшкәртеүгә махсуслашҡан. Беҙҙең коллектив меңдән ашыу төр продукция етештерә. Ҡорамалдар паркында – юғары аныҡлыҡ менән эшләгән заманса станоктар, биш күсәрле фрезлау ҡорамалдары, металл ҡырҡыу өсөн лазер станоктары, гидравлик престар, порошоклы буяу менән ҡаплаусы автоматик линиялар һ.б.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проектынан етештереү процестарын байтаҡҡа тиҙләтеүҙе көтәбеҙ. Һөҙөмтәлә цех-ара логистика, материал һәм эш ҡоралдарын һатып алыу, эш алымдарын стандартлаштырыу ҙа әүҙемләшергә тейеш. Нефть һәм газ ҡорамалдары етештереү тиҙлеген арттырыу Рәсәй нефть компанияларын ошо ҡорамал менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк, уларҙы ҡулланыу был компанияларға скважиналар төҙөүҙе 5-7 көнгә ҡыҫҡартасаҡ, ә был иһә Рәсәйҙең бөтә нефть һәм газ секторына ҙур ғына иҡтисади отош бирә ала.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас