

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан Әбйәлил районының Буранғол мәктәбе интернатында һәм "Ирәндек" балалар лагерында капиталь ремонт эштәре башҡарылды.
Буранғол ауылындағы мәктәп яны интернатына капиталь ремонт эштәрен 1 сентябргә тамамлау планлаштырыла.
Йәмғиәт эш күләмен арттырҙы – объект эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү һәм медицина блогын яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Медицина учреждениеһында ҡыйыҡ ҡына тороп ҡалған - бөтә тәҙрәләр ҙә алмаштырылған, фасад яңыртылған, эске яғы ла ҡайтанан биҙәлгән. Ике объекттың дөйөм хаҡы 100 миллион һумдан ашып киткән.
Интернатты төҙөкләндереү эштәре 6 июндә башлана. Ул тиҙ арала файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Дөйөм эш майҙаны 1100 кв. м. тәшкил итә: ике спорт залы, кухня блогы, душ, бәҙрәфтәр, торлаҡ, музей, хеҙмәт кабинеттары буласаҡ.
Бөгөнгә төҙөлөш эштәренең әҙерлеге 85 процент тәшкил итә. Интернат та, медицина блогы ла тулыһынса йыһазландырыла. Ике объект та 1 сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Билдәле булыуынса,“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә. Йәмғиәт эшселәре әле биләмәлә разведка эштәре алып бара.
Сығанаҡ: “Салауат” төркөмөнән.