Иҡтисад
21 Август 2025, 11:05

“Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек дауам итә

2025 йылдың 4 сентябренән 6 сентябренә тиклем Сибайҙа “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үткәрелә. Быйыл ул “INNOREGION: яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре” девизы аҫтында үтә. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.

“Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек дауам итә“Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек дауам итә
“Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек дауам итә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә  тиҙҙән үтәсәк “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы тураһында пост яҙған.

“Беҙ “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлекте тулыһынса дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм: ул Сибай ҡалаһында 4 сентябрҙән 6-на тиклем үтә.

Был инде етенсе "Урал аръяғы". Йыл һайын ул төрлөсә. Составы, көн тәртибе, алымы үҙгәрә. Әммә миссия бер һәм мәңгелек – бизнесты, иҡтисадты үҫтереү, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең бизнес-берләшмәһе менән партнерлыҡ булдырыу, төбәккә инвестициялар һалыу.

Йола буйынса форумда БДБ илдәренән, Яҡын Көнсығыштан, Азиянан һәм алыҫ сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша.

Бизнес- шәрифтәр форумы Урал аръяғы” инвестһабантуйында үҙен яҡшы күрһәтте. Ул халыҡ-ара статус алған һәм быйыл 4-се тапҡыр үткәреләсәк.

Башҡортостанда бизнес-шәриф институтының яҡшы тәжрибәһе тупланған - беҙгә һөйләр, өйрәтер нәмәләр бар. Эшҡыуарҙарҙың 80 проценттан ашыуы үҙ муниципалитеттарында бизнес-шәрифтарҙың эшен һөҙөмтәле тип һанай. Биш йыл эсендә инвестиция уполномоченныйҙары эшҡыуарлыҡ сәғәттәре буйынса 24 меңдән ашыу проектты тикшергән, уларҙың яртыһы тормошҡа ашырылған. Был яҡшы күрһәткес.

Беҙҙең өсөн бизнес-шәриф – эшҡыуар менән власть араһында яҡшы аралашсы. Уның менән инвестор үҙенең проектын тиҙерәк рәсмиләштерәсәк һәм муниципаль кимәлдә, һуңынан төбәк кимәлендә ярҙамға иҫәп тота ала.

Һәм беҙ быны күрәбеҙ – һуңғы 6 йылда Башҡортостан инвестицияларҙың йыллыҡ күләмен өс тапҡырға арттырыуға өлгәште. Бында республиканың ҡала һәм райондарында эшҡыуарлыҡ уполномоченныйҙарының өлөшө тос , - тип яҙған Премьер-министр.

Сығанаҡ: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас