

Башҡортостанда ваҡлап һатыу сауҙаһының дөйөм әйләнеше 2025 йылдың алты айында уҙған йыл менән сағыштырғанда 4,7 процентҡа артҡан һәм 785 миллиард һумға еткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Күмәртәләп сауҙа итеү әйләнеше 790 миллиард һум кимәлендә барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Төбәктә бөтәһе 43 мең сауҙа предприятиеһы эшләй. Министр билдәләүенсә, бәләкәй форматлы сауҙа секторы һөҙөмтәле үҫешә. Мәҫәлән, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында муниципалитеттарҙа 13 мең урында етештерелгән тауар йәрминкәһе уҙғарылды.
Ҡулланыусылар баҙарының мөһим өлөшө – йәмәғәт туҡланыуы. Был өлкәләге әйләнеш 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында 28 миллиард һумдан ашҡан.
Төбәктең сауҙа министрлығы инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлә. Атап әйткәндә, ведомство юл буйы сервисы буйынса 200-гә яҡын башланғысты оҙатып бара, уларҙың дөйөм күләме 12 миллиард һум самаһы.
Азат Асҡаров, етештереүселәр һәм ҡулланыусылар баҙары араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу өсөн 20-21 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында “Өфөлә ритейл көндәре” төбәк-ара форумы үтте, тип билдәләне. Уның эшендә Рәсәйҙең 25 субъекты вәкилдәре ҡатнашты. Эксперт сессияларында йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу, һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн мәғлүмәттәрҙе һәм технологияларҙы ҡулланыу, локаль брендтарҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ сара сиктәрендә “Иң яҡшы юл буйы сервисы объекты” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Тармаҡты үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре профилле кәңәшмәләрҙең береһендә ентекләберәк тикшереләсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.